Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы ағзалары авария хәлендәге йорттарға мәғлүмәт таҡталарын беркетеү тураһындағы күрһәтмәнең үтәлешен тикшерҙе.
“Көндәлек тормош сифаты” төбәк эш төркөмө вәкилдәре рейд барышында республикала ошо йүнәлештә ҙур эш алып барылыуын, әммә муниципалитеттарҙың күпселегендә бындай таҡталарҙың әлегәсә эленмәүен асыҡланы.
Район хакимиәттәрендә “Яңы йортоғоҙ” графаһын билдәләй алмауға һылтаналар. Мәғлүмәт таҡталарына бәйле хәл Бөрөлә яҡшы тормошҡа ашырыла.
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабындағы эш төркөмө етәксеһе Николай Фадеев әйтеүенсә, авария хәлендәге йорттарға ошондай таҡталарҙы беркетеү мәғлүмәт асыҡлығын тәьмин итәсәк, шулай уҡ халыҡты яңы торлаҡҡа күсереү программаһын үтәүгә һөҙөмтәле контроль булдырыу мөмкинлеген бирәсәк. Таҡталар Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында эшләнгән макетҡа ярашлы төҙөлөргә тейеш. Унда йорттан күсереү срогы, яуаплы кешеләр тураһында мәғлүмәт күрһәтелә. Бынан тыш, граждандарҙы теге йәки был йорттан күсереү өсөн яңы торлаҡ төҙөүгә килешеү төҙөлгәндән һуң бындай таҡталарға яңы йорттоң адресы ла өҫтәп яҙыла.