Башҡортостан журналистары Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Журналистарҙы хоҡуҡи яҡлау үҙәгенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә ала.
— Ялыуҙы һttp://smi.onf.ru сайтына ебәрергә кәрәк. Ул мотлаҡ ҡараласаҡ, — тине төбәктәге киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашыуҙа үҙәктең етәксеһе Наталья Костенко. — Әле ил төбәктәрендә журналистарға төрлөсә баҫым яһау осраҡтары асыҡланды, улар буйынса эш алып барыла.
Бынан тыш, осрашыуҙа “Рәсәй почтаһы”ның баҫмаларҙы ташыу хаҡын байтаҡҡа арттырыуы, тираждың кәмеүе, һалымдың артыуы, реклама биреүселәрҙең һирәгәйеүе мәсьәләләре күтәрелде. Наталья Костенко әйтеүенсә, дәүләт дотацияларын ҡайтарыу төбәк һәм муниципалитет әһәмиәтендәге киң мәғлүмәт сараларына ярҙам күрһәтеүҙең берҙән-бер алымы булып тора.
— Төбәк баҫмаларына яҙылыу хаҡының артыуы мәсьәләһе быйыл апрелдә Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашлығында үткән медиафорумда ла киң тикшерелде. Дәүләт башлығы Хөкүмәткә төбәктәрҙәге киң мәғлүмәт сараларына дәүләт ярҙамы күрһәтеү йәһәтенән сара күрергә ҡушты. Ләкин был күрһәтмә үтәлмәне, — тине Наталья Костенко.
Мәсьәләне Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты үҙе хәл итмәксе. Ул киләһе йылға һәм 2016–2017 йылдарҙың план осорона ҡаҙна проектын тикшергәндә төбәк һәм муниципаль киң мәғлүмәт сараларына дотация бүлеүҙе күҙ уңында тотоу тәҡдимен индерҙе. Ошо көндәрҙә Дәүләт Думаһының Мәғлүмәт сәйәсәте, мәғлүмәт технологиялары һәм элемтә комитеты был тәҡдимде хупланы ла инде.