Льготаларығыҙ булһа...17.10.2014
Киләһе йылдың 1 ғинуарынан Башҡорт­остандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы инвалидтарҙы техник реабилитация саралары менән тәьмин итеү вәкә­ләттәрен, шул иҫәптән протез-ортопедия изделиеларын эшләүҙе һәм йүнәтеүҙе, шифахана-курорттарға путевкалар биреү, ҡала-ара йәмәғәт транспортында дауаланыуға бушлай барыу һәм ҡайтыуҙы тәьмин итеү буйынса дәүләт социаль ярҙамы күрһәтеүҙе Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһенә тапшыра.
Граждандарҙың льготалы категорияларынан ғаризаларҙы 2014 йылдың 31 декабренә тиклем — Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, ә киләһе йылдың 1 ғинуарынан Социаль страховка фондының төбәк бүлек­сәһе ҡабул итә.


Вернуться назад