Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 1, 2, 3, 4 ноябрь ял көндәре тип иғлан ителде.
Халыҡтар берҙәмлеге көнө, йәғни 4 ноябрь — бөтә Рәсәйҙә ял көнө. Байрам алдынан, 3 ноябрҙә, эшләмәйбеҙ, сөнки 2014 йылдың 24 февралендәге ял ошо көнгә күсерелде. 31 октябрҙә эш сәғәттәре ҡыҫҡартылмай.