Бәйләнеште нығытабыҙ17.10.2014
Республика йортонда Рөстәм Хәмитов Венгрияның Екатеринбургтағы Генераль консулы Шандор Молнари менән осрашты.


– Венгрия беҙҙең өсөн һәр саҡ стратегик парт­нер булды, предприятиеларыбыҙ, эшҡы­уарҙар араһындағы тауар әйләнеше ярайһы уҡ ҙур — 1,5 миллиард һумдан ашыу, – тип бил­дәләне Президент әңгәмә барышында. — Был һандың 99 процентын экспорт тәшкил итә. Бөгөн иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе тәрәнәй­теү, эшҡыуарлыҡтағы хеҙмәттәшлекте әүҙем­ләш­тереү менән шөғөлләнәбеҙ. Был йү­­нә­леш­тәр беҙҙең өсөн бик мөһим.
Республикабыҙ Венгрия менән ауыл хужа­лығы өлкәһендә лә бәйләнештәр булдырырға әҙер.


Вернуться назад