Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәте ултырышын үткәрҙе. Унда 2030 йылға тиклемге осорға төбәктәге транспорт системаһын үҫтереү стратегияһы проекты ҡаралды.
Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса әҙерләнгән документ ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә ебәрелде. Атап әйткәндә, транспорт инфраструктураһын файҙаланған биләмәләрҙе һәм хужалыҡ субъекттарын үҫтереү планын иҫәпкә алып стратегияны аныҡлау, шулай уҡ торба үткәргестәр транспорты мөмкинлектәрен ҡарау талап ителә.
Ултырышта шулай уҡ республика Хөкүмәтенең эшмәкәрлек программаһы ҡабул ителде.