Мәҙрәсә асып буламы?17.10.2014
– Ауылыбыҙҙа былтыр мәсет асыл­ды. Уның бер яғын мәҙрәсә итергә уйлайым. Тейешле ғилемем бар. Уч­реж­дениены асыуҙы нимәнән башларға, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

Р. ИМАЕВ.
Белорет районы.

– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
“Һине юҡтан бар итеп яратҡан Аллаһ Тәғәләнең исеменән уҡы!” тигән һүҙҙәр­ҙән башлана изге “Ҡөрьән” китабы. Ғилем алыу – һәр мосолмандың изге бурысы. Хәҡиҡәттә Ислам мәғрифәткә шул тиклем ҙур этәргес биргән. “Ғи­лемде бишектән алып гүргә ингәнсе уҡы!” – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә үҙенең мөбәрәк хәҙисендә.
Белемгә ынтылышҡа бәйле Октябрь революцияһына тиклем һәр иман йортоноң янында мәҙрәсә булған. Улар ир-аттыҡына һәм ҡатын-ҡыҙҙыҡына айырылған. Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарында Баш­ҡорт­остан мосолмандарының Диниә назараты ойошторолғас, беҙ ҙә, ул ваҡыттағы ҡанун биргән мөмкинлектән файҙаланып, күп кенә урында мәҙрәсә астыҡ. Ләкин закондар үҙгәреү менән был ғилем усаҡтарының эше туҡтатылды.
Әлеге ҡанун билдәләүенсә, мәҙрәсәне фәҡәт диниә назараты ғына аса ала. Шулай уҡ шәхси дини мәктәптәр булдырыуға ла рөхсәт бирелә. Бының өсөн асырға йыйын­ған учреждениеның эшмәкәрлек алып барыу өсөн барлыҡ мөмкинлеге (уҡытыуға яраҡлы бинаһы, финанс хәле, программаһы, уҡы­тыу­сылары һәм башҡалар) булыуы шарт. Ғөмүмән, мәҙрәсәгә мәктәпкә билдәләнгән кеүек үк талаптар ҡуйыла. Уларҙы үтәргә бер генә кешенең (ул ниндәй генә юғары белемле булмаһын) көсө етмәй.
Беҙҙә әле өс рәсми мәҙрәсә бар: М. Солтанова исемендәге колледж, “Ғәлиә” һәм “Нур әл иман” (Стәрлетамаҡ ҡалаһында). Һәр яҡлап мөмкинлеге булғандарға урындарҙа ошо ғилем усаҡтарының филиалын асыу мөмкинлеге бар. Тик ҡануниәткә таянып эшләү, тәүҙә диниә назараттары менән кәңәшләшеү мөһим.
Өҫтәүенә мәхәлләнең Уставында айырым бер параграф индерҙек: рәсми теркәлеү үткән мәсеттең имам-хатибы иман йортонда Ислам динен һәм ғәрәп хәрефтәрен өйрәнеү курстары ойоштора ала. Был эшкә белемле мөғәллимдәрҙе лә йәлеп итергә мөмкин, әммә ул кеше тәүҙә диниә назаратында аттестация үтергә тейеш. Тағы ла шуныһы бар: бәлиғ булмаған уҡыусылар курстарға йөрөргә теләй икән, ата-әсәнең яҙма рөхсәте кәрәк. Ниндәйҙер башҡа һорауҙар тыуһа, диниә назараттарына мөрәжәғәт итеү зарур.
Ошо курстарҙа уҡыған балаларҙы мәк­тәпте тамамлағандан һуң рәсми мәҙрәсә­ләргә ебәреп уҡыта башлаһаҡ, ҡанунға нигеҙләнеп башҡарылған күркәм эшкә нигеҙ һалыныр ине. Ә былай ашығыс рәүештә, хатта ки яңғыҙ мәҙрәсә асам тип йөрөүҙең уңышһыҙ тамамланыуы ихтимал. Аллаһ Тәғәлә бер-беребеҙҙең кәңәш-фекерен тотоп, берҙәм йәшәргә, ғилем юлында аҙашмаҫҡа, йәштәребеҙҙе дөрөҫ йүнә­лештән алып барырға, дөрөҫ тәрбиәләргә насип ҡылһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад