Быуаттар төпкөлөнә әйләнеп бағып...17.10.2014
Быуаттар төпкөлөнә әйләнеп бағып... Ғабдрахмандан һуң улы Һашим батшалыҡҡа килә. Уҡымышлы кеше булараҡ, атаһы кеүек төрки фәндәрҙе үҫтереүгә күп көс һала, “Инжил”де, “Тәүрәт”те ғәрәпсәгә тәржемә иттерә. Унан улы Хәҡәм батшалыҡ итә. Артабан етәкселеккә Икенсе Ғабдрахман килә. Иленә төрлө ерҙәрҙән ғалимдар индереүгә, мәктәптәрҙе, мәҙрәсәләрҙе үҫтереүгә күп көс һала ул. Үҙенең балалары ла ҙур белемле булараҡ таныла. Диңгеҙ буйлап һатыу серҙәре өйрәтелгәнлектән, сауҙагәрҙәр арта. Ғәрәп йүнселдәренең эшмәкәрлеген киңәйтеү маҡсатында күп итеп кәмәләр яһала, почта хеҙмәте булдырыла. Оҫта етәксе, ойоштороусы Икенсе Ғабдрахман, мәмләкәткә 31 йыл идара итеп, вафат була. Унан һуң тәхеткә бер-бер артлы Мөхәмәд, Минҙур, Ғабдулла батшалар килә.
Артабан Өсөнсө Ғабдрахман етәкселек итә башлай. Уҡымышлы заттан булараҡ, эшен ифрат оҫта башҡара. Уның дәүерендә Индас дәүләте мәғариф, сауҙа өлкәләрендә ҙур уңыш ҡаҙана, донъяны хайран ҡалдырырлыҡ дәрәжәгә етә. Тиңе булмаған мәктәп һәм мәҙрәсәләр, ҙур-ҙур мәсеттәр данлы биналарҙан һанала.
Был дәүерҙә ғәрәп сауҙагәрҙәре Индас фабрикаларында туҡылған затлы тауарҙар менән донъяның төрлө тарафында һатыу итә. Өсөнсө Ғабдрахман, күп мал биреп, Индасҡа бихисап ғалим йыя. Һөҙөмтәлә Ҡыр тибә тигән ҡала ғилем усағына әүерелә. Мәмләкәт күп һуғышта еңеп сыға. Ғабдрахмандың ҡылысынан Европа батшалары ҡалтырап торор була. Оҫта етәксе 50 йыл батшалыҡ итеп, баҡыйлыҡҡа күсә.
Урынына ҡалған улы Хәҡәм мәҙәниәт, белем усаҡтарын үҫтерә. Ирҙәр кеүек үк, ҡатындар ҙа ғалимә, мөҙәрисә булып эшләй башлай. Улар өсөн айырым мәҙрәсәләр булдырыла. Араларында Ләбнә, Фатима, Ғәйшә, Хәҙисә кеүек ғәйәт мәшһүрҙәрен әйтергә мөмкин.
Хәҡәм мәсет, китапхана, университеттарҙы күпләп төҙөтә. Үҙенең 600 мең самаһы дана китабын халыҡҡа тапшыра. Ғөмүмән, был дәүерҙә мәмләкәт меңдәрсә шәкерте, бөйөк ғалимдары менән дан ала. Хатта Европа халыҡтарының да күбеһе ошонда һабаҡ алып, үҙ ерендә балаларға белем бирә. Индас мосолмандары уларға хөкүмәт эшендә лә, байлығын арттырыу йәһәтенән дә ярҙам итә.
Мәмләкәт халҡы үҙ төйәген матурлап, йәннәт хәленә еткерергә тырыша, сәләмәт тормош алып бара. Ерен һатып эскән кешеләргә ҡарата ҡаты яза бирелә. Хәҡәм, 15 йыл батшалыҡ итеп, баҡыйлыҡҡа күсә.
Унан һуң килгән етәкселәр, артыҡ хеҙмәт күрһәтмәйенсә, дәүләтте бөлгөнлөккә төшөрә. Мәҫәлән, Икенсе Һәшәмдең һәләтһеҙлеге арҡаһында ил эсе бутала, сыуалыштар башлана. Сөләймән, Ғабдрахман исемле кешеләр батшалыҡты тартып ала. Үҙ-ара һуғыштарҙа мосолман ҡаны даръялай түгелә. Өсөнсө Һәшәм иһә илгә ситтән ингәндәрҙе ҡыуып сығарыуға өлгәшә, әммә губернаторҙарҙы бер ҡорға йыя алмай. Шунлыҡтан, дәүләтте тергеҙеү мөмкин түгел тип, етәкселектән баш тарта. Һөҙөмтәлә ҙур Индас батшалығы бөтөрөлөп, бәләкәй генә 14 өлөшкә бүленә, улар һәр береһе үҙаллы йәшәй башлай.
Ҡыр тибә ҡалаһының аҡыллы зат­тары кәңәшләшеп, Мрабтин хөкүмәте­нән ярҙам һорай. Дәүләттең хакимы Йософ әл Фәһрәй ғәскәр менән килеп, Индастағы сит халыҡты һөрөп сығара, әммә үҙ-ара ыҙғышты туҡтата алмай. Һөҙөмтәлә Индастың күп ерҙәре ситтәр ҡулына күсә. Аҫаба халыҡтың ҡалғаны “Бәни Әхмәр” тигән хөкүмәткә берләшә, хакимдары Ғабдулла бәни Әхмәр була. Пайтәхет Ғарната ҡалаһында урынлаша. Тормош әкренләп яйға һалына, мәктәптәр, мәҙрәсәләр төҙөлә. Әлбәйҙә тигән һарай донъяның бөйөк биналарынан кәм булмай. Ләкин бер аҙҙан бында ла бола ҡуба, хөкүмәт, үҙен һаҡлай алмайынса, ситтәр ҡулына күсә. Шуның менән алға киткән, мәғрифәтле, бөтөн донъяға билдәле Индас дәүләте юҡҡа сыға.


Вернуться назад