Төньяҡ-көнсығышта туйҙы нисек үткәргәндәр?Туй алдынан егеттең атаһы димсе ҡоҙа һайлай. Ул үткер һүҙле, донъя рәтен белгән кеше булырға тейеш. Әгәр ҡыҙ үтә лә яҡшы дан алған, зат-ырыуы һәйбәт икән, егеттең атаһы яусыға алдан бүләк инселәп ҡуя. “Һүҙең үтеп, эш уңһа, аҙбарҙағы үгеҙ – һинеке!” – ти.
Ҡыҙҙың тыуған йортона килгәндә димсе тура унда инмәй. Күршегә кереп тегене-быны һораша. Ҡулында таяҡ була. Шуға уны үсекләп ҡыҙҙар таҡмаҡ әйткән:
Ҡулына таяҡ таянып,
Ҡоҙа килгән ауылдан.
Көнкүреше насар микән,
Башы алға һалынған!?
Димсе иһә ҡыҙҙың йортонда һүҙен гел ситләтеп башлай:
– Юҡ юғалтып йөрөйөм,
Юғым һеҙгә кермәнеме?
– Ул ни булыр юғың?
– Йәш кенә бер танам!
Ризалыҡҡа килешкәс, мәһәр хаҡын (ҡыҙға бүләк), туй хаҡын (аш-һыу), ҡалым хаҡын (егет йортонан ҡайтыр-килер мал) билдәләп, кәңәшләшеп ҡуялар. Ҡайһы саҡта был һөйләшеү икенсе килеүҙә була.
Димсе ҡайтҡас, егеттең атаһына шунда уҡ ыңғай хәбәр әйтмәй. Өндәшмәйерәк тора. Егеттең атаһы усына тәңкә һалғас ҡына теле асыла. Туй көнөн билдәләп, ҡыҙҙың атаһы менән аныҡ һөйләшәләр.
Аңлатмалар:Таяҡ – донъя мифологияһында ер-күк бәйләнешен хасил итеүсе, йола, байрам эпизодтарында Донъя ағасын һынландырыусы, күп дини әҫәрҙәрҙә Аллаһ бойороғон еткереүсе. Яңы ғаилә тыуыуға бәйле һөйләшеүҙә лә ул тылсымлы тип һаналған.
Ҡалым түләү ғаилә көнкүрешендә матди ихтыяждарҙы күҙ уңында тота. Әммә боронғо тамырҙары ҡыҙ йортонан туйҙан һуң ҡот китмәһен, хужалыҡ бушаҡланмаһын тигән мәғәнәгә барып бәйләнә.
Ырыу-ҡәрҙәштәр, туйға барыр кеше иҫәбе ҡаршылаусы яҡтыҡы менән бер булыуы кәрәк. Егеттән нисә дуға булһа, ҡыҙ яғынан да шунса халыҡ йыйылырға тейеш. Туйға һарыҡ тереләй килтерелә.
Ҡот сабыуТуйға килгәндә ҡот сабыу йолаһы үтәлә. Ҡоҙаларҙы ҡаршыларға һыбайлылар яланға сыға. Береһенең ҡулында – таяҡ, уға аҡ яулыҡ бәйләнгән. Әсе итеп һыҙғырышып, ҡысҡырышып, ҡыҙҙыҡылар егет яғына ҡаршы саба. Яндарына етәрәк ҡотто һелкеп, таяҡты юғары күтәреп алалар ҙа, кире боролоп, шәп итеп сабып китәләр. Егет яғының һыбайлылары арттарынан ҡыуа төшә. Һайтылдап, ҡысҡырышып, аттарҙы арытып, тирләтеп: “Ҡот! Ҡот!” — тип сабышып киләләр. Кем “ҡот”то тартып ала, шул яҡ көслө, ҡотло була, йәнәһе. Ҡот урынына май, ҡаймаҡ тулы ағас күнәсек, күнәк тә алалар. Көлөшөп, ярышып, ярһып, һыбайлылар ҡыҙ йортона килеп туҡтай. Ҡунаҡтарҙы шунда уҡ ҡымыҙ, айран йә буҙа, һыу менән һыйлайҙар.
Ҡоҙаларҙың ҡалғандары төп йортҡа килеп төшкәндә ҡот ҡолғаһы ҡапҡаға элеп тә ҡуйылған була. Туй йорто билдәһе итеп ҡыҙылбаш таҫтамал йә яулыҡ элгәндәр.
Ҡоҙалар өйгә ингәс, урындарына ултырып өлгөрмәй, хужалар бөтә ерҙе йәһәт кенә биләй һала. Урындарҙы һатып алыу талабы ҡуйыла. Ҡунаҡ ҡоҙалар ҡыҙҙы йәшереп эҙләткәндә кейәүҙе тунайҙар ғына – аҡса алалар. Бөтәһе бер булып эҙләйҙәр. Ҡыҙҙың ҡайҙа йәшерелгәнен белһәләр ҙә, бүләк өсөн юрый шулай йөрөйҙәр (Ҡыҙ яғынан еңгәләргә кейәү бүләк бирергә тейеш). “Аяҡ туҙҙы, ҡул өшөнө!” – тиҙәр, йәнәһе, аяҡ кейеме зыян күрҙе, яңыһын алмай булмай, ә ҡулды йылытыр өсөн өлөш кәрәк.
Ҡыҙҙы табып биргән өсөн кейәү бөтәһенә лә аҡса, бүләк өләшә. Ҡыҙҙы ҡушырға аҡ келәткә алып киләләр. Керер алдынан туҡыма тартыла. Ишеккә арҡыры буҫтау, ҡыҙыл йыртыш тотоп, ике яҡтан ике егет тора.
– Тупһа хаҡы – 100 һум!
– Апай хаҡы – 1000 һум!
Хаҡ түләгәс кенә егет, йыртышты йырта баҫып, өйгә кереп китә. Йоланы буҫаға тотоу тиҙәр.
Рубриканы филология фәндәре докторы Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВА алып бара.