Благовар районының Иҫке Күсәрбай ауылында реконструкциянан һуң почта бүлексәһе асылды.
Элемтәселәр хәҙер бөтә уңайлыҡтары булған бинала эшләй. Почтальондар өсөн айырым урын, санузел, аш-һыу бүлмәһе бар. Йылытыу системаһы тулыһынса алмаштырылды.
Яңыртылған бина сафҡа ингән көндә район хакимиәте башлығы Юрий Коземаслов менән “Рәсәй почтаһы”ның Башҡортостан филиалы директоры Ирек Ғәлимов Благовар районы биләмәһендә почта элемтәһен камиллаштырыу һәм үҫтереү өлкәһендәге хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙе тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән берлектәге саралар планына ҡул ҡуйҙы.