Бүләк итә алаһығыҙ15.10.2014
Үкенескә ҡаршы, ваҡыт ағышын туҡтатып булмай. Октябрь айы әле генә башланғайны кеүек, баҡһаң, яртыһына ла етелгән. Көҙ миҙгелендә була торған күңелле мәшәҡәттәре, матур байрамдары менән көндәрҙең үткәне һиҙелмәгән дә.

Сентябрҙән старт алған матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы ла ҡыҙыу осорона етте. Шуға ла “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыуҙы оҙаҡҡа һуҙмағыҙ тип әйтмәксебеҙ. Кемдәр был турала хәстәрлек күреп өлгөргән һеҙгә ҙур үтенес менән мөрәжәғәт итәбеҙ: республиканың төп баҫмаһын алдырмағандар менән шәхсән аңлатыу эше алып барһағыҙ ине. Күрше-күләнегеҙгә һәм дуҫ-ишегеҙгә лә яҙылырға кәңәш итегеҙ.
Йәнә шуны иғтибарығыҙға еткерәбеҙ: “Башҡортостан”ды атай-әсәйегеҙгә, дуҫтарығыҙға иҫтәлекле көндәре, юби­лейҙары уңайынан һәм Яңы йыл бүләге итеп тә яҙҙырта алаһығыҙ. Ул сағында баҫма көн дә яҡындарығыҙҙы һөйөндөрөп торор.


Вернуться назад