Икмәк төшә мейестән...15.10.2014
Икмәк төшә мейестән...
Айрат Исхаҡов эшмәкәрлеген бер нисә йүнәлештә көйләгән – үҫемлекселек, малсылыҡ, сауҙа тармағы. Шул уҡ ваҡытта ауылда ғүмер иткән эшҡыуарҙың икмәк цехы асыуы сәйер тойола. Ауылда йәшә лә, имеш, икмәкте магазиндан һатып ал, тип ғәжәпләнер күптәр. Баҡтиһәң, икмәк һатып алыусылар ифрат күп икән. Яҡшембәттә йәшәгән шәхси эшҡыуарҙың үҙенә һүҙ бирәйек.


– Ҡасандыр колхозда водитель булыуымды, унан бигерәк, көнө буйы егелеп йөрөп эшләп тә, бер тин алмай ваҡыт уҙғарыуымды иҫләһәм, көлкө лә килә, үкендерә лә, – тине ул. – Ғаиләне ҡарарға кәрәк, балалар үҫеп килә, уларҙы аяҡҡа баҫтырыу зарур. Башта иген сәсмәксе иттем, ҡулдан килә. Тир түгеп үҫтергән бойҙайҙы устарыңа алыу ҡайһылай кинәнес, хеҙмәтеңдең емешен күреү оло ҡыуаныс! Ҡуртымға алған еремә бойҙай, арпа сәсәм.
Минеңсә, эшҡыуарлыҡҡа тотонған­һың икән, үҙеңде төрлө өлкәлә һынап ҡарарға тейешһең. Малсылыҡҡа йү­нәлеш алыуым юҡҡа түгел. Бөгөн ҡырҡҡа яҡын һыйыр малы аҫрайым. Әлбиттә, еңел түгел, әммә ҡыйын­лыҡтар сыныҡтыра, һәр йәһәттән дә эшкә өйрәтә.
Магазин төҙөп ултырттым, һатып алыусы өсөн бөтәһе лә бар, тигәндәй. Мәҫәлән, аҙыҡ-түлек, көнкүреш тауар­ҙары, хужалыҡ өсөн әйберҙәр менән сауҙа итәм. Һатыусылар Зөлфиә Ғәлиева менән Эльмира Саттарова алмашлап эшләй. Бая эшҡыуарға төрлө яҡлап үҫеү мөһим, тип әйтә биреберәк ҡуйғайным. Ысынлап шулай. Иҫәп-хисап мәсьәләһендә үҙемде һауалағы ҡоштай хис итәм. Автопаркымда төрлө маркалы автомобиль бар, һәр береһен ауыҙлыҡлай белеүҙән тыш, ремонтын да үҙем атҡара беләм. Гел генә автосервис юлын тапай башлаһаң, әллә ни ырата алмаясаҡһың.
Икмәк төшә мейестән...Бер ваҡыт икмәк бешереү тураһын­да хыяллана башланым. Кәләшем Гөлфиә менән кәңәшләшкәндән һуң (әйткәндәй, ул – клуб мөдире), был хаҡта уйым нығынды. Тәүге көндәрҙә әҙ генә бешерҙек. Ауылдаштарымдың һора­уын иҫәпкә алып, артабан етештереүҙе арттырҙыҡ. Мейестән төшкәнде көтөп кенә торалар. Алһыу апай Мерә­ҫо­ваның әпәйҙәре ашап туйғыһыҙ. Мо­ғайын да, күңел һалғанда ғына икмәк шулай тәмле булып бешәлер.
Һүҙ ҙә юҡ, маҡсат бихисап. Он етерлек, ит бар, ә ниңә билмән эшләмәҫкә?
Һәммәһенә лә нисек өлгөрәһең, тиерһегеҙ. Атайым – төп таянысым, Яҡуп ауылында йәшәгән Фәсхетдин ағайымдан күп нәмәгә өйрәндем, айырыуса хеҙмәткәрҙәремдән уңдым, ә инде кәләшемдең ярҙамы хаҡында әйтәһе лә түгел. Улдарым – Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында бейегән Рөстәм менән Башҡорт дәүләт университеты студенты Радик уңыштары менән шатландырып торһа, шул да оло ҡыуаныс.




Вернуться назад