“Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы” марафонының штандарты Нуриман районына килеп етте.
Тантана район мәҙәниәт һарайында башланды. Унда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Венер Ғимазетдинов, мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Валентина Латипова, Нуриман районы хакимиәте башлығы Азамат Носратуллин, Иглин районы хакимиәте башлығы Рафиҡ Мусин ҡатнашты.
Нуриман районы таланттарға бай төбәк: 10 коллектив “халыҡ”, “өлгөлө” тигән маҡтаулы исемде йөрөтә. Улар араһында С. Мифтахов исемендәге башҡорт-татар халыҡ театры, “Күлдәр иле” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле, “Ихлас” татар халыҡ фольклор ансамбле, “Сударушка” урыҫ халыҡ өлгөлө ансамбле, “Красногорские зори” урыҫ халыҡ хоры, “Рубин” ансамбле һәм башҡалар бар. Байрамға йыйылған халыҡ уларҙың йыр-моңон тыңлап, осҡондар сәсрәтеп бейеүен ҡарап кинәнде.
Шулай уҡ мәҙәниәт һарайында ойошторолған “Ғали йәнәптәре “Ҡауын”, “Сәскәләр иле”, “Уңыш, көҙгө биҙәктәр-2014” күргәҙмәһе күңелдәргә хуш килде. Бигерәк тә Нуриман районында тыуып үҫкән, исемдәре Рәсәй һәм Башҡортостан киңлектәренә таралған сәнғәт, мәҙәниәт йондоҙҙарының аллеяһы ҙур ғорурлыҡ хистәре уятты.
Нуриман нур һәм иман һүҙенән хасил. Күңелдәре нурлы, ҡылған эштәре иманлы халыҡтың тормошо ла бәрәкәтле була.