Бишбүләк районында шәкәр сөгөлдөрө йыйыу тамамланды. Әлегә тиклем Йәрмәкәй, Бәләбәй райондары эшсәндәре лә “татлы тамыр” йыйыуҙы йомғаҡлап ҡуйғайны.
Башҡортостандағы Ауыл хужалығы консультациялары үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала 33,4 мең гектар майҙанда шәкәр сөгөлдөрө йыйылған. Был пландың 68 процентын тәшкил итә. Гектарынан уртаса уңыш — 253 центнер. 846,4 мең тонна “татлы тамыр”ҙың 540 мең тоннаһы эшкәртеүгә оҙатылған. Быйыл шәкәр сөгөлдөрө 50 мең гектар майҙанға сәселгәйне.