Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, йыл башынан алып республикалағы 12 406 кешегә сит илгә сығыу ваҡытлыса сикләнгән, шуларҙың 4 меңдән ашыуы алимент буйынса бурысын түләмәгән.
Йәшәгән урын буйынса суд приставы бүлексәләренә барып, бурысың булыу-булмауын асыҡларға мөмкин. Шулай уҡ ведомствоның “Мәғлүмәттәр банкы”на мөрәжәғәт итеп тә ошо турала белешмә алырға була.
Ҡануниәткә ярашлы, 10 мең һумға тиклем бурысы булған кеше генә сит илгә сыға ала. Ведомствола әйтеүҙәренсә, әгәр аҡсаны бөгөн түләгәнһең икән, был иртәгә үк сәйәхәткә сыға алаһың тигәнде аңлатмай, эш ахырына еткерелгәнсе бер нисә көн үтә. Башҡа ҡалаларҙағы аэропорттарҙан да юлға сығыу мөмкин түгел, сөнки тыйыу бөтә Рәсәй биләмәһендә ғәмәлгә индерелә.