“Алтын көҙ” баһа бирҙе15.10.2014
Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә үткән “Алтын көҙ” ХVI Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһен асыу тантанаһында Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев та ҡатнашты. Үҙенең сығышында ул аграрийҙарҙың илдә аҙыҡ-түлек именлеген нығытыуға тос өлөш индергәнен билдәләп, тармаҡтың иң яҡшы вәкилдәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Дмитрий Медведев шулай уҡ илдең һәм Рәсәй төбәктәренең ауыл хужалығы министрлыҡтары стендтары, күргәҙмәләр менән танышты. Башҡортостандың умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге экспозицияһы янында Өфөләге Дуҫлыҡ монументының балдан яһалған макеты Хөкүмәт Рәйесенең иғтибарын йәлеп итмәй ҡалманы. Ауырлығы 95 килограмм тәшкил иткән скульптураның бейеклеге — 1,3, диаметры – 1 метр. Уны етештереү өсөн балдан яһалған 1 220 дана мармелад ҡулланылған. Ҡатын-ҡыҙ һындары балауыҙҙан әүәләнгән.
Башҡортостан Хөкүмәте “Алтын көҙ” күргәҙмәһендә Гран-приға лайыҡ булды.



Вернуться назад