Һорауҙарҙан өйөлә "Иләү"31.01.2012
Һорауҙарҙан өйөлә "Иләү"Тауҙар нисек барлыҡҡа килә? Йәйғор буйлап йүгереп үтеп буламы? Бесәйгә ни өсөн мыйыҡ кәрәк? Нимә яҡшы, нимә насар?.. Бәләкәстәрҙең һорауҙары шундай күп, яуап биреп кенә өлгөр! Хәйер, беҙҙең бит “Юлдаш” радиоһында ҙур ярҙамсыбыҙ — “Иләү” тапшырыуы бар!
Бында бәләкәстәр тап ошондай һорауҙарға яуап эҙләй. Һүҙгә килешеп, үпкәләшеп тә алалар, һә тигәнсә ярашып та өлгөрәләр. Донъяны танып белеү еңел түгел шул.
Дуҫтар, ә һеҙ “Иләү” тапшырыуының хәҙер инде “ҙур үҫкән” “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалына нигеҙ һалғанын беләһегеҙме? Ысынлап та, 1989 йылдың 1 июнендә радиола “Иләү”ҙең беренсе сығарылышы яңғырай, “Тамыр” тарихының тәүге бите ана шулай асыла. Барыһы ла ҡыҙыҡһыныуҙан башлана шул. Ғәмһеҙ булырға ярамай, эйеме, дуҫтар?
“Иләү” һеҙҙе һәр көн, шәмбе менән йәкшәмбенән тыш, киске сәғәт унынсы ун биш минутта көтә. Уны алып барыусы тиңдәштәрегеҙ менән бергә төрлө һорауҙарға яуап табырһығыҙ, мажаралы әкиәт тә тыңларһығыҙ. Тапшырыуҙы әҙерләп алып барыусы Зөлфиә Даянова һәм тауыш режиссеры Айҙар Хәмзин менән кистәрегеҙҙе күңелле, фәһемле, иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрегеҙ. “Иләү”ҙең ишектәре һәр саҡ асыҡ!


Вернуться назад