“Ыҫлы ҡорот, ырыҫымдан бер ҡот, Һыйлан, балам, һағышыңды онот”15.10.2014
“Ыҫлы ҡорот, ырыҫымдан бер ҡот, Һыйлан, балам, һағышыңды онот”
Бынан бер нисә йыл элек Рәшиҙә Мансурованың “Ыҫлы ҡорот” исемле шиғырын уҡығайным. Ҡайҙа нисектер, әммә беҙҙең яҡта ҡороттоң бындай төрөн яһамағастар, ул ниндәй була икән тигән уйға ҡалғайным.


Ниһайәт, күрмәгән-белмә­гән, ауыҙ итмәгән ыҫлы ҡо­ротто эшләгән кешене таптым Әбйә­лил тарафында. Бөгөн онотола барған шөғөлдө да­уам итеү­селәрҙең береһе Һәнеүәт Усманова Ишкилде ауылында йә­шәй. Әйткәндәй, райондың таулы төбәгенә ҡараған ауыл ҡатын-ҡыҙ­ҙарының күбеһе, ыҫлы ҡорот етештереп, уны баҙарға алып сыға. Бер данаһы – 100 һум.
Шағирә яҙғанса, “ыры­ҫым­дың бер ҡото”на әүерелгән ризыҡты етештереүҙәге төп үҙенсәлек — ылашҡа теҙеп төтөндә киптереү. Һәнеүәт Исраил ҡыҙы әйтеүенсә, ҡорот мотлаҡ ҡа­ҙанға һалып талғын ғына утта ҡайнатылырға те­йеш. Ҡоротто ижау менән йыш һапырып тороу мотлаҡ. Эле­герәк ошо күбекте ялау өсөн өләсәйҙең янында өйрө­лөп йөрөй тор­ғайныҡ.
“Ыҫлы ҡорот, ырыҫымдан бер ҡот, Һыйлан, балам, һағышыңды онот”Ҡоротто таҫтамал тоҡсайға һалып, һыуын һар­ҡытыр өсөн элеп ҡуябыҙ. Артабан бар­лыҡҡа килгән мас­са­ны яҡшы­лап йомар­лай­быҙ. Сепрәк тү­шәп, ҡоротто ҡояш төшмәгән еләҫ урынға елләтергә ҡуябыҙ. Ике көндән әҙер ризыҡты ҡайтанан йомарлайбыҙ (бары­һын да яңынан тасҡап). Икенсе тап­ҡыр эшкәртелгән ҡорот ыҫлау өсөн махсус әҙерләнгән ылаш­ҡа һалына. Уның аҫтына ерек утынынан сыраҡ әҙер­ләнеп, ут төртөлә. Ыҫлы ҡорот эшләү өсөн фәҡәт ерек ағасы файҙаланыла, сөн­ки ул быҫҡып яна, әсе тәме булмай.
Ылаш махсус мейес кеүек эшләнелә (уға ут яғып була). Мейестең өҫтөнә ағастан тигеҙ, йыш һалынған рәшәткә кеүек яйланма ҡуйыла. Өҫтөнә ҡорот йомарламдары теҙелә. Һәнеүәт инәйҙең ылашы хатта ямғыр үтмәһен өсөн башы ябылып, кәртәләп алынған. Ҡорот ыҫлау өсөн ике көн буйына (төнөн дә) быҫҡытып ҡына ут яғыла. Ағасты түмәр көйөнсә усаҡҡа ташлап торалар. Өсөнсө көндә ыҫ тәме һеңгән, туғай еҫе аң­ҡыған иҫ киткес татлы аҡтан әҙерләнгән ризыҡ барлыҡҡа килә. Ә инде уның шифаһы хаҡында әйтеп тә тороу кәрәк­мәйҙер. Барыһы ла ыҫлы ҡо­роттоң файҙаһын яҡшы белә, бигерәк тә яман сир менән яфа­ланғандарға ҡулланырға тәҡ­дим ителә.
“Ыҫлы ҡорот, ырыҫымдан бер ҡот, Һыйлан, балам, һағышыңды онот”Һәнеүәт Усманова ире ме­нән бәһлеүәндәй биш улға ғүмер бүләк иткән. Бәхетле әсә бөгөн уларҙың матур тормош көтөү­ҙәренә һөйөнөп, ейән-ейән­сәрҙәрен бағып, доғалар уҡып, биш килененә өләсәй­ҙәрҙән ҡалған боронғо шөғөл­дө өйрә­теп, бәхетле ҡартлыҡ кисерә.





Вернуться назад