Аҡъярҙың үҙ “Печкин”ы15.10.2014
Аҡъярҙың үҙ “Печкин”ы
Ҡайҙа нисектер, ә бына Аҡъяр элемтә бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре үҙ эшенең оҫта­лары булыу менән бергә дәртле лә, татыу ҙа. Район-ара конкурстарҙа ҡат­нашырға ла өлгөрәләр, спорт ярышында ла еңеү яулайҙар, гәзит-журнал таратыу буйынса ла төбәктә иң алдынғылар иҫә­бендә. Ҡыҫҡаһы, дуҫтарыбыҙ ифрат егәрле.

Ҡыш Аҡъяр элемтә бүлексәһе эргәһендә ҡарҙан яһап ҡуйылған хат ташыусы һыны ихлас ҡаршы ал­һа, әле һәр кемде почтальон “Печкин” сәләмләй. Эйе, эйе, яңылы­шыу юҡ, күптәр уны хатта тере ке­ше кеүек ҡабул итә. Велосипедҡа ултырып, гәзит-жур­нал тултырылған сум­каһын аҫып, юлға сы­ғырға ашҡынғандай тора ул.
Бына шундай һындарҙы үҙ ҡулдары менән эш­ләгән­дәр араһында баҫмабыҙҙың күптәнге дуҫы Гүзәл Сың­ғыҙованың да булыуы ҡыуаныслы. Гү­зәл Тәлғәт ҡыҙы, “Башҡортостан” гәзитен яҙҙы­рыу һәм таратыу буйынса иң яҡшылар исемлегенә инеп, редакцияның махсус бүләгенә лайыҡ булды.
– Бөтәһе һигеҙ урамды хеҙмәтләндерәм, көнөнә 20 километр самаһы юл үтергә тура килә. Элекке кеүек сумкабыҙ гәзит-журнал менән туп-тулы уҡ булмаһа ла, эш күп. Ҡайһы бер төр тауар һатырға ла, ваҡытлы матбуғатҡа яҙҙырырға ла тура килә. Кешеләр менән аралашып, аңлатыу эше алып барғанда, күптәр гә­зит-журналға яҙыла. Иң мөһи­ме – халыҡ менән ихлас эшләү кәрәк, – ти ул.
Әйткәндәй, әсәһенең юлын дауам итеп, ҡыҙы Гөлназ да элемтә тармағында эшләй. Арабыҙҙа Гүзәл Сыңғыҙова кеүек тилбер хат ташыусы­лары­быҙ барында гәзит-журналдың хужалары ҡулына ваҡытында барып етәсәгенә, уҡыусыла­рыбыҙҙың һаны артасағына ышаныс һүнмәй.


Вернуться назад