Дауаланыу өсөн Өфөгә йөрөмәҫтәр14.10.2014
Дауаланыу өсөн  Өфөгә йөрөмәҫтәр
Заманса йыһазландырылған диализ залына инеп, уңайлы креслоларға урынлашып, “яһалма бөйөр” аппараты ярҙамында процедура үткән тәүге ике кешенең ниндәй тойғо кисереүе менән ҡыҙыҡһыныу кәрәк тә түгел ине, ҡыуаныстары һүҙһеҙ ҙә аңлашылды. Ысынлап та, күңелдәре шатлыҡ менән тулғайны ауыр сиргә дусар был икәүҙең. Шулай булмай һуң! Бынан ары улар Өфөгә йөрөмәйәсәк, гемодиализ ярҙамын үҙҙәрендә аласаҡ.


Әлегә ҡәҙәр ҡыш, ҡар-буран тимәй, йәй түҙеп торғоһоҙ эҫелә лә аҙнаһына өс тапҡыр баш ҡалаға барып ҡайтырға мәжбүр булғандар. Юлға ғына ла әллә күпме ваҡыт сарыф ителгән. Ә процедураның 4-5 сәғәт дауам итеүен иҫәпкә алһаң, ҡайҙа инде ул сәләмәт саҡтағы кеүек теләгән ереңә барыу йәиһә ғаилә ағзалары менән туйғансы бергә булыу?! Ярты ғүмерҙәре юлда үткән. Мәҫәлән, тәүге пациенттың береһе Зоя Порфирьевнаның терапия үтеү өсөн Өфөгә йөрөүенә туғыҙ йыл. Хәҙер үҙ ҡалаһында аласаҡ дауаны – Дәүләкәндә лә асылды гемодиализ үҙәге. Республика көнө уңайынан матур бүләк тә, районда халыҡ һаулығы хаҡында күрелгән хәстәрлектең һөҙөмтәһе лә булды был медицина учреждениеһы.
– Бөгөн Дәүләкәндә гемодиализ үҙәге асылыуға шаһитбыҙ. Уны булдырыу уйы беҙҙә күптән тыуғайны. Район хакимиәтенең ошо хаҡтағы тәҡдимен “Экома” йәмғиәте директоры Нәркәс Ғарифуллина ихлас хупланы, һәм “Дельрус” компания­һының генераль директоры Рәхим Мәһәҙиев ярҙамында проект тормошҡа ашты, – тип ҡыуанысы менән уртаҡ­лаш­ты район хаки­миәте баш­лығы З. Бикбулатов үҙәкте асыу танта­наһында.
Закир Ғизелхаҡ улының пациенттарҙан кәм шатланмауы аңлашыла, әлбиттә. Райондағы ошо проце­ду­раһыҙ йәшәй алмаған туғыҙ кешегә аҙнаһына өс тапҡыр Өфөгә барып ҡайтыуға транспорт бүлеү, уларҙың юлда имен-аман йөрөүе өсөн яуаплылыҡ урындағы етәкселек өҫтөндә булды. Һылтау түгел, ә мәсьәләнең сиселешен эҙләгәс, әмәле табылған – элекке автовокзал бинаһынан урын бүлеп, уны үҙгәртеп ҡорғандар, һәм заманса йыһазландырылған диализ үҙәге хасил булған.
Әйткәндәй, был үҙәк – республикалағы амбулатор гемо­диализдың 21-сеһе. Бында, дәүләкәндәрҙән тыш, Миәкә һәм Әлшәй райондарынан да гемодиализ ярҙамына мохтаждар киләсәк. Бөтәһе 16 кеше “яһалма бөйөр” аппаратынан файҙаланасаҡ. Бер процедура үтеү биш мең һумдан ашыу тора, әммә халыҡтан түләтмәйҙәр. Үҙәктә Япония фирмаһының дүрт аппараты урынлаштырылған. Нәркәс Рәхим ҡыҙы әйтеүенсә, бер көндә 12 процедура үткәреп була, 24 кешене ҡабул итерлек мөмкинлек бар. Зал яҡты, йылы, ауыр уйҙарға бирелеп, күңелһеҙләнеп ултырырға түгел – телевизор ҡарай алалар. Ышаныслы белгестәр ҙә эргәлә генә.






Вернуться назад