Рөстәм Хәмитов — Комиссия ағзаһы14.10.2014
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы составына индерелде.


Ошоға бәйле Комиссия рәйесе булған сит ил эштәре министры Сергей Лавров төбәк башлығына ҡотлау ебәрҙе. “Һеҙҙе ихлас ҡотлайым һәм Комиссия эшендә әүҙем ҡатнашыуығыҙ илебеҙҙең ЮНЕСКО менән хеҙмәттәшлегенә яңы этәргес бирер тип өмөтләнәм”, — тип билдәләнә сит ил эштәре министрының хатында.
Республикабыҙҙа ЮНЕСКО-ның ярҙамы менән байтаҡ мөһим проект тормошҡа ашырыла. Ундайҙарға “ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре”, “Киләсәк өсөн уҡытыу”, ЮНЕСКО кафедраһының донъя университеттары араһындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә йүнәлтелгән “УНИТВИН”, “Тотороҡло үҫеш мәнфәғәтендә тиҫтә йыл белем биреү”, “Өфө — ЮНЕСКО-ның ижади ҡалаһы”, “Донъя халыҡтары мәҙәниәте диалогы” һәм башҡа программалар инә.
2012 йылда “Шүлгәнташ” мәмерйәһен һәм “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосын үҙ эсенә алған “Башҡорт Уралы — Урал батыр төйәге” ҡатнаш тәбиғи-мәҙәни объекты ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде. “Юл картаһы”на ярашлы әле республикала “Шүлгәнташ” мәмерйәһе ҡарамағында музей-ҡурсаулыҡ асыу, ғилми тикшеренеүҙәр һәм ошо төбәктә реставрация эштәрен ойоштороу, шулай уҡ ҡомартҡыларҙы һәм иҫтәлекле урындарҙы һаҡлау буйынса халыҡ-ара советтың Рәсәй милли комитетында төбәк бүлексәһен төҙөү йәһәтенән эш бара.


Вернуться назад