“Беҙҙе уртаҡ хәстәр берләштерә”14.10.2014
“Беҙҙе уртаҡ хәстәр берләштерә”
Республика көнө алдынан Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хеҙмәт алдынғыларына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Сәнәғәт, ауыл хужалығы, социаль хеҙмәтләндереү, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәләрендә эшләгән 45 шәхес маҡтаулы исем, почет грамотаһы, рәхмәт хаты, ордендар менән бүләкләнде.


Тантаналы өлөшкә күсер алдынан республика етәксеһе залда ултырыу­сыларҙы Республика көнө айҡанлы тәбрикләне.
– Бөгөн беҙ оҙаҡ йылдар үҙ һөнәренә тоғро булып, ошо өлкәлә уңыштарға өлгәшкән шәхестәрҙе тәбрикләйбеҙ, – тине Президент. – Илебеҙ иҡтисади яҡтан да, сәйәси йәһәттән дә ауыр мәл кисерә. Көнбайыш илдәре яғынан Рәсәйгә баҫым яһалғанын күреп торабыҙ. Был ҡатмарлы осорҙа илгә тоғро­лоғобоҙҙо тап һәйбәт эш күрһәткестәре менән генә иҫбат итә алабыҙ. Бүләкләнеүселәр – ошо осорҙа халыҡты үҙ артынан әйҙәүсе лә, үрнәк күрһәтеүсе лә. Залда ултырған һәр кем республика үҫешенә ҙур өлөш индерә. Беҙҙе уртаҡ хәстәр берләштерә – ауырлыҡтарға ҡарамайынса, халыҡ өсөн һәйбәт йәшәү шарттары булдырыу.
Был көндө “Стәрлетамаҡ Агротехсервис” йәмғиәтенең генераль директоры Рәмил Баһауетдинов менән “Урал” волейбол клубының тренер-массажсыһы Павел Гревцовҡа Рәсәй Федерацияһы Президентының Почет грамотаһы тапшырылды.
Залдағыларҙың күбеһе – республикала билдәле шәхестәр. Бүләкләнеү­селәр араһында Башҡортостандың иң юғары Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын алыусылар ҙа бар. Быйыл уға композитор Нур Дауытов менән яҙыусы Ғәлим Хисамов лайыҡ булды. Салауат Юлаев ордены был юлы сик буйы хеҙмәткәре Эмиль Ғатауллин, Өфө юридик институты профессоры Николай Котаев һәм яҙыусы Риф Мифтаховҡа тапшырылды.
– Ике йылға бер тапҡыр ғына бирелә торған дәүләт премияһы менән бүләкләүҙәре – оло ғорурлыҡ. Хәреф таный башлағандан алып бөгөнгә тиклемге хеҙмәтемде ошолай баһалауҙары күңелде үҫтерә, – ти “Өн һәм һан”, “Аҡтамыр” романдары авторы Ғәлим Хисамов.
Салауат Юлаев – республикабыҙ символы. Милли батырыбыҙҙы белмәгән кеше һирәк. Батырҙың даны, күптән республика сиген үтеп, бөтөн донъяға таралған. Уның исемендәге орден эйәһе булыу ҙур яуаплылыҡ өҫтәй, – тине Салауат Юлаев ордены кавалеры шағир Риф Мифтахов.
Башҡортостандың Мәғлүмәт һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының бүлек начальнигы Фирҙәүес Әхмәтйәнова “Башҡортостандың атҡаҙанған мәғлүмәт һәм киң матбуғат хеҙмәткәре” булып танылды. Президент ҡулынан награда алғандан һуң, Фирҙәүес Ишморат ҡыҙы матбуғат өлкәһендәге ыңғай үҙгәрештәр өсөн республика етәксеһенә рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры директоры Илмар Әлмөхәмәтовҡа “Баш­ҡорт­остандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре” тигән исем бирҙеләр. Ошо көндәрҙә генә “Театраль Волга буйы” фестивален үткәреп, ошо сарала “Урал батыр” спектаклен күрһәтеп, хеҙмәттәштәренең маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ булған Илмар Рәзин улы артабан да яңы һулыш, яңы дәрт менән эшләргә һүҙ бирҙе.
Хеҙмәт алдынғыларына лайыҡлы бүләктәр тапшырыуҙың Республика көнөнә тура килеүе награда алыусыларға бер килке яуаплылыҡ та өҫтәгәндәй булды, сөнки һәр кем бүләкте артабан да дәртлерәк, һөҙөмтәлерәк эшләүгә бер этәргес кеүек ҡабул итте.




Вернуться назад