Ҡәләмдәштәргә лайыҡлы баһа14.10.2014
Ҡәләмдәштәргә лайыҡлы баһа
Йылдағыса, Республика көнөндә Күгәрсен районында Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттарын бүләкләү тантанаһы булды.


Быйыл абруйлы наградаға республиканың социаль-иҡтисади үҫеше, йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү мәсьәләләрен күтәргән материалдары өсөн “Молодежная газета” редакцияһының бүлек мөдире Людмила Кашапова, “Тарат әле моңһоу уйҙарымды...” китабына ингән публицистик мәҡәләләре өсөн “Атайсал” гәзитенең баш мөхәррире Хәйҙәр Тапаҡов, “Яҙмышым да, шатлығым да һин — ауыл” китабына ингән публицистик мәҡәләләре өсөн “Кызыл таң” гәзите редакцияһының бүлек мөдире Олег Төхвәтуллин лайыҡ булды.
Яҡшы йола буйынса, журналистар премияһы Күгәрсен районында, Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған ауылында, тапшырылды. Тантанала республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков ҡатнашты.


Вернуться назад