Республика көнөндә әүҙем ял итеүселәр өсөн “Аҡбуҙат” ипподромында ат спорты байрамы ойошторолдо. Ҡунаҡтар ат ярыштарын, йәш һыбайлыларҙың сығышын ҡараны. Ошонда уҡ Милли музейҙың экспонаттары, “Оҫталар ҡалаһы” халыҡ ижады күргәҙмәһендәге ҡул эштәре менән танышырға мөмкин ине. Теләгәндәр һыбай ҙа йөрөнө.
Ярыштар “Башҡортостан сәскәлеге”, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы, Республика көнө приздарына уҙғарылды. Ат сабышы берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Көйәрмәндәр дүрт аяҡлы дуҫтары өсөн янды, көйҙө. Байрамдың төп бүләгенә — Республика көнө призына — Татарстан һыбайлыһы Геннадий Большаков лайыҡ булды.