Олатайым һымаҡ31.01.2012
Минең олатайым Йәғәфәр Шәмиғолов оҫта бейеүсе булған. “Бөрйәндең сәхнәләрен дер һелкеткән ваҡыттар бар ине!” — тип хәтерләй ул. Мин дә бейергә яратам. Иң оҡшағандары — “Ете ҡыҙ” менән “Бөрйән ҡыҙҙары”. Беҙ уларҙы мәктәптә үткән байрамдарҙа башҡарабыҙ.
“Бейеүсе — ауыр һөнәр”, — ти әсәйем. Шулай ҙа мин ҡурҡмайым. Олатайым һымаҡ шәп бейеүсе буласаҡмын.
Фәйрүзә ИЛЕКӘЕВА,
48-се лицейҙың IV класс уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы.


Вернуться назад