Тоғролоҡҡа ант14.10.2014
Республика көнөндә Өфө юридик институтының беренсе курс курсанттары ант бирҙе. Егеттәрҙе Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев тәбрикләне.


Республика парламенты етәксеһе билдәләүенсә, бөгөн Өфө юридик институты эске эштәр органдарына юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү өсөн ярайһы уҡ ҙур ғилми, матди-техник ҡеүәткә эйә. Константин Толкачев республика етәкселеге исеменән курсанттарҙы ант биреү менән ҡотланы һәм намыҫлы, батыр, уяу булыуҙарын, законды тайпылышһыҙ үтәүҙәрен теләне.




Вернуться назад