Республика көнөн байрам итеүгә арналған тантаналы саралар программаһына ярашлы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөләге Дуҫлыҡ монументына сәскә һалды.
Тантанала Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, республика Хөкүмәте ағзалары, дәүләт власы органдары, Өфө хакимиәте етәкселәре лә ҡатнашты.
Дуҫлыҡ монументы Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 400 йыллығы айҡанлы һалынған. Күптәнге йола буйынса Республика көнөн байрам итеү Ағиҙел ярындағы ошо һәйкәлгә сәскә һалыуҙан башлана.