Йөрәк ҡушыуы буйынса йәшәнек14.10.2014
Йөрәк ҡушыуы  буйынса йәшәнек
Көҙән ауылының көньяғында әрәмәлеккә һыйынып ҡына уҫаҡ һәм ҡайын бүрәнәләрҙән һалынған йорттарҙан торған урам һуҙылған. Баҡый тауы башынан ҡарағанда сылбырҙай теҙелгән һандыҡтай йыйнаҡ эреле-ваҡлы йорттар йөрәккә ятышлы йәм биреп тора. Йорт баҡсалары иртә яҙҙан көҙ аҙағынаса уңышы менән ҡыуандыра. Уларға ҡарап был урамда тырыш ғаиләләр йәшәгәненә ышанаһың.


Ошо урамда бер-береһе менән ярышып тигәндәй, 1931-1932 йылдарҙа тыуған өс тиңдәш яҡын күршеләр булды. Улар айырылмаҫ дуҫ ине, тип әйтһәм дә дөрөҫкә сығыр. Хәйер, ул осорҙағы дөрөҫлек тә, дуҫлыҡ та хәҙерге кеүек шартлы күренеш түгел, ә ғорурлыҡ, ышаныс билдәһе ине, сөнки кешеләр байға-ярлыға бүленмәгәйне. Ватансылыҡ тойғоһо ла хәҙерге самалы йәшәү үлсәменән күпкә юғары булғандыр.
Матурлығын һүрәтләргә тел ҡеүәһе етмәҫлек Көҙән тауы буйында үҫте тиңдәштәр. Атай-әсәйҙәре – иманлы кешеләр, һуғыш алдынан ғына ирекһеҙҙән колхозға инеп, тырышып эшләп йөрөнөләр. Ватан һуғышы ҡупҡанда аҡты ҡаранан айырырға өйрәнә башлаған ун-ун бер йәшлек кенә малайҙар егет ҡорона иртә инеп, ағай-бабайҙарға эйәреп ер һөрҙө, иген сәсте, ат ҡараны, хеҙмәт хаҡына берәр стакан һоло оно алды. Был хәлгә әсәйҙәрҙең ҡыуанысы икһеҙ-сикһеҙ. Атайҙары һөрөлгән ерҙе тырматыр өсөн улдарының ҡулына ете йәштән үк йүгән тоттороп, ат һыртына атландырғайны. Эш күнекмәһен, яҙылмаған әҙәп ҡағиҙәләрен, ныҡышмаллыҡты аҡылдарына иртә һеңдергәйне малайҙар.
Үкенес, атай йылыһын тойорға, аҡыллы һүҙҙәрен ишетергә яҙманы уларға. Әсәйҙәре бөтә аһ-зарын күҙ йәштәре менән йыуып, ахырҙа ҡара яҙмыш менән килеште. Ҡалған ғүмерендә һағышҡа батып, һөйгән ирҙәрен һағынып йәшәнеләр. Был хәл тиңдәштәрҙең донъяға ҡарашын үҙгәртте. Уйнап үҫкән урамдары йәмһеҙерәк, балаҫ йәйелгән урындыҡтары һалҡыныраҡ, әрәмәлектәре шыҡһыҙыраҡ тойолдо.
Тормошто яланғасландырған ҡәһәрле һуғыш тамамланды. Һәр нәмә үҙенең асылына ҡайтты. Дуҫтар үткер күҙле, ныҡ хәтерле, отҡор булып үҫте. Күршеләре, туғандары, ауылдаштары уларға донъя ауырлыҡтарын үтергә ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтергә тырышты.
– Ауыл балаларының хәтер төпкөлөндә һаҡланған хәтирәләрен тыңлағанда уйҙарым әллә ҡасанғы үгеҙ тиреһенә бәйле ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрә, — ти Абдрахман ағай Миһранов. — Һуғыш бөткәс, нисек йәшәп китербеҙ, кем булырбыҙ — был хаҡта һөйләгән, аңлатҡан кеше булманы. Шулай ҙа киләсәктең яҡшы буласағына ныҡ ышандыҡ. Ошо хыял беҙҙе йәшәтте, көс бирҙе, ымһындырҙы...
Ысынында һуғыштан шул ҡәҙәр миктәгәйнек. Унан һуң да тормош еңеләймәне, ә закондар ҡырыҫланды. Юлда түгелгән бер таҡыя игенде һепереп йыйып алған өсөн өс-дүрт йылға рәшәткә артына бикләнеләр. Кешеләр араһында бер-береһен тикшереү, ҡурҡытып тороу осрағы ла булды. 1946 йылда илгә көслө ҡоролоҡ килде. Атайһыҙ етемдәр, бигерәк тә һыйыр аҫрарға мөмкинлеге булмағандар ныҡ интекте. Әгәр балаларҙың атаһы һуғыш ҡырында хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнһә, Хөкүмәттән бер төрлө лә ярҙам күрһәтелмәне.
Хәҙер белеүебеҙсә, яуҙа хәбәрһеҙ юғалған ауылдаштар күп булған икән. Фронттан хәрби наградалар, орден-миҙалдар тағып ҡайтҡан батырҙарҙы ауылда аслыҡ ҡаршы алды. Иҫән-һауҙары, тамаҡ хәстәре өсөн хәҙерге кеүек ауылды ташлап, яҡын-тирәләге ҡалаларға эшкә ағылды. Тамағына ризыҡ, өҫтөнә кейем йүнәтте. Балалары ҡала кешеләре рәтен тулыландырып, урыҫлашып, үҙ телен, динен онотто. Ауылда ҡалғандар, хужалыҡ йөгөн тартып, нимә тапһа шуның менән туҡланды, нимә тапһа, шуны кейҙе. Ҡышҡы бурандарҙа туңып һәләк булғандар ҙа етерлек ине.
...1946 йылдың йәйендә ҡышлыҡҡа мал аҙығы әҙерләү өсөн Алатау утарына ауыл йәштәрен эшкә саҡырҙылар. Был урын 50-60 саҡрым алыҫлыҡта, тинеләр. Һуғыштан һуңғы ауыр осор булһа ла, йәштәр берҙәм ойошто. Ихлас әҙерләнеп, йыраҡ юлға йәйәү ҡуҙғалдыҡ. Һәр сәфәр үҙе бер тормош бит. Юл аҙабы һиҙелмәне лә. Ауылдан ун саҡрымдағы ташлы юлға сығып, бер-беребеҙгә күңел үҫтерерлек һүҙҙәр әйтешеп бара торғас, күкһел Егән йылғаһын кисеп, йырлы Һикәҙе буйындағы тауҙар ҡуйынына һыйынып ултырған ҡунаҡсыл Маҡарға еттек. Ул — бик күп тарихи шәхестәр үҫтергән боронғо ауыл. Тауҙар ҡуйынынан ысҡынып, иреккә ынтылып йәшәгән төбәккә оҡшаған. Бында көнкүреш шарттары ла башҡасараҡ. Йорттар матурыраҡ. Көҙәндәге кеүек фәҡирлек, емереклек, серегән һалам башлы йорттар осраманы. Юлдар, күперҙәр, йорт-ҡаралты ла төҙөк, йыйнаҡ. Күрәһең, Маҡар урман хужалығының эше көйлө. Улар аҙ булһа ла аҡсаға эшләй икән, Көҙәндәге кеүек буш «таяҡҡа» түгел. Урамда сәләмәт, шат йөҙлө балалар уйнай. Осраған кешеләрҙең һәйкөмлө күҙ ҡарашы, һөйләшергә әүәҫлеге тойола. Ихлас күңелле, сабыр тәбиғәтле кешеләр булып күренде ауыл халҡы.
Көн эҫене, сарсаныҡ. Беҙ, өс тиңдәш, йыйнаҡ ҡына йорттоң урам ҡапҡаһы эргәһендә эскәмйәлә үткән-һүткәнде күҙәтеп ултырған мөләйем йөҙлө апай эргәһенә туҡтап, иҫәнлек-һаулыҡ һораштыҡ.
— Әссәләмәғәләйкүм! Именлекме, апай? – тинек оялып ҡына.
— Вәғәләйкүмәссәләм, балалар, кем улдары һеҙ, ҡайһы тарафҡа юл тоттоғоҙ? – тип һораны ул, барыбыҙға берәм-берәм күҙ йөрөтөп.
— Алатау аръяғына колхоз өсөн бесән әҙерләргә юл тота инек. Сәфәр оҙайлы, тинеләр. Айран булһа ла эсереп ебәрмәҫһегеҙме икән тип һуғылғайныҡ, — тибеҙ ҡыйынһынып ҡына.
— Юлығыҙ артыҡ оҙон түгел, кисләтеп барып та етерһегеҙ. Йөрөгән ҡуяндың аяғы талмай. Ни ҡылмаҡ кәрәк тормош һеҙгә ҡалғас. Әйҙәгеҙ, балалар, бөгөн генә ойоп сыҡҡан йылы ҡатығым бар, ауыҙ итегеҙ, тәҡәтһеҙ асыҡҡанһығыҙҙыр, моғайын, Көҙән балалары, – тине апай ихлас ҡына.
Йылы һүҙҙәрҙе ишеткәс, иркенләп тын алдыҡ. Тәмләп кенә һауыттағы йылы ҡатыҡты эсеп ҡуйҙыҡ.
— Беҙҙең Көҙән балалары икәнен ҡайҙан белдегеҙ, апай? — тинек, ғәжәпләнеп.
— Телегеҙ әйтә, балалар. Һөйләшеүегеҙ үҙенсәлекле — Көҙән теле, — тине ул, көлөмһөрәп.
Һөйләшә-һөйләшә уның эргәһендә 10-15 минут самаһы ял иттек. Апайҙың ҡулдары ла әсәйебеҙҙекенә оҡшаған – үҙе ҡытыршы, үҙе йылы. Һауыт аша оҙон бармаҡлы ҡулдарының йылыһын тойҙоҡ һымаҡ. Аҙаҡ оло рәхмәтебеҙҙе әйтеп, үҙҙәренә, мал-тыуарына именлек, донъяларына бәрәкәт теләп, доға ҡылдыҡ, әппәр иттек. Ул рәхмәтебеҙҙе ихлас ҡабул итте:
— Иҫән-һау булығыҙ, балалар, йөрөгән ерегеҙҙә изгелек ҡылырға тырышығыҙ. Хоҙай Тәғәлә һеҙҙе ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫ, – тип, ең остары һәм яҡалары шаҡтай туҙған, күп йыуыуҙан билдәһеҙ төҫкә ингән киндер күлдәкле өс малайға яғымлы һүҙҙәр һөйләп, доға уҡып оҙатты, ҡуш ҡуллап битен һыйпаны. Асығыуыбыҙ ҙа, арыуыбыҙ ҙа онотолдо. Күңелебеҙ илаһи матурлыҡ менән тулды. Уның һөйләшендәге нәфислек, нәзәкәтлелек һоҡландырҙы. Күңелдәрҙе йыуатырлыҡ кеше барлығын тойоп, нурға ҡойоноп йәнә юлға сыҡтыҡ. Яҡын туғаныбыҙҙай ҡул болғап оҙатып ҡалыуы, тормоштоң яңы, яҡты битен асыуы күңелебеҙҙе үҫтерҙе.
Байтаҡ йылдар үткәс, өсөбөҙгә лә һалдат хеҙмәтенән һуң йәнә Маҡарҙа был һөйкөмлө апай менән осрашырға яҙҙы. Беҙгә йылы ҡатыҡ эсереп оҙатҡан кеше бөтә донъяға танылған бөйөк ғалим Әхмәтзәки Вәлидиҙең бер туған һеңлеһе, ауылдашыбыҙ Сара апай икән дә баһа.
...Маҡар ауылын үткәс, күптәрҙең хәтерендә юйылмаҫ эҙ ҡалдырған Уҡлыҡая тауҙарының һәм Һикәҙе йылғаһының һалҡын һулышы ҡаршы алды. Барған һайын донъя ҡыҙығыраҡ та, шомлораҡ та. Тауҙар тәбиғәте үҙенә тарта, арбай һымаҡ, күккә олғашҡан ҡаялар өҫтөңә ҡоларҙай төҫлө. Тетрәнеп, һағайып, сәйер ҡурҡыу хисе менән ҡарап үтәм. Бындай мәғрур ҡаялар эргәһендә үҙеңде бик бәләкәй йән эйәһеләй тойоп, юғалып ҡалғандай булаһың. Улар янында мәшһүр булыу мөмкин түгелдер... Туҙанлы ташлы юл да йыраҡта ҡалған быуындарҙың ҡанлы эҙҙәрен, онотолмаҫ хәтирәләрен һаҡлай. Был күпте күргән ата-бабалар юлынан Әхмәтзәки Вәлиди көрәштәштәре менән нисә тапҡыр үтте икән? 1939 йылда Көҙән ауылының һикһән ике егете алтмыштан ашыу ат менән, шул иҫәптән беҙҙең атайҙар ҙа, ошо Уҡлы ҡая эргәһендәге оло яланда Салауат Юлаев яугирҙәре булып кейенеп киноға төшкәйне. Унда Әминә ролен ауылдашыбыҙ Таңһылыу (Сәғиҙә) Рәшитова уйнағайны, 1940 йыл халыҡ артисы булып танылды. Был хаҡта ул осорҙоң тере шаһиттары Мөғин Ғизетдин улы Байышев менән Ғаян Әбделхәй улы Әхмәтйәнов 2011 йылдың 24 майында иҫкә алып һөйләп ултырҙы. 85 йәштән үткән ветерандарҙың иҫ китмәле яҡшы хәтеренә һоҡланғайныҡ. Ул осорҙа атҡа атланып киноға төшкән ағайҙарыбыҙ, атайҙарыбыҙ буласаҡ һуғыш фажиғәһенең яҡынлашыуын һиҙһәсе...

Зариф СӘЙФЕТДИНОВ,
Рәсәйҙең атҡаҙанған зоотехнигы.




(Аҙағы бар).


Вернуться назад