Рәхәтләнеп ял иттек31.01.2012
Рәхәтләнеп ял иттекКүңелле ҡышҡы каникул үтеп тә китте. Уны һағынып иҫкә алабыҙ.
Ял ваҡыты булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең мәктәп шау-гөр килеп торҙо. Волейбол, минифутбол, шашка, шахмат ярыштары үткәрелде. Иң бәләкәстәр беҙ яһаған тауҙан шыуып кинәнде. Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, аждаһа, ҡуяндың боҙҙан эшләнгән һындары араһында рәхәтләнеп уйнанылар. Каникулыбыҙҙы күңелле үткәргән өсөн мәктәп уҡытыусыларына, балалар баҡсаһы тәрбиәселәренә ҙур рәхмәт!
Ләйсән ҒӘЗИЗОВА,
Оҙондар мәктәбе уҡыусыһы.
Архангел районы.


Вернуться назад