Ҡалала былтыр “Миләш” балалар баҡсаһы асылһа, күптән түгел “Толпар” тип исемләнгәне сафҡа инде. Халыҡтың ҡыуанысы сикһеҙ: был учреждениелар сираттың ҡырҡа кәмеүенә булышлыҡ итте.
“Толпар”ҙың әкиәт илен хәтерләткән матур бинаһын “Баймаҡ ПМК-һы” йәмғиәте (директоры – Р. Сырлыбаев) эшселәре төҙөгән. Заман талаптарына ярашлы йыһазландырылған, кескәйҙәрҙең һәләтен үҫтереү өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған учреждениела һәр яҡлап һау-сәләмәт быуын тәрбиәләнеренә ныҡлы ышаныс белдерә балалар баҡсаһы мөдире Мөнирә Ситдиҡова. Һәләттәрҙе үҫтереү, һаулыҡты нығытыу йәһәтенән махсус кабинеттар булдырылыуы, ижади түңәрәктәр ойошторолоуы уңышлы эшмәкәрлеккә, һис шикһеҙ, ыңғай йоғонто яһаясаҡ.
Коллектив хеҙмәткә ҙур дәрт менән, ең һыҙғанып тотондо. Араларынан йәш тәрбиәсе Рәзилә Утарбаева икеләтә бәхет кисерә: күптән түгел диплом алған йәш белгескә шунда уҡ эш тә табылған. “Янымда тәжрибәле хеҙмәттәштәремдең булыуы көс-теләкте тағы ла арттыра”, – ти ул.
Әйткәндәй, киләсәктә ҡаланың Көньяҡ биҫтәһендә лә балалар баҡсаһы төҙөлөүе көтөлә.