Тантаналар дауам итә10.10.2014
Республика көнөнә арнап райондың мәғариф учреждениеларында, мәҙәниәт ойошмаларында, үҫмерҙәр клубтарында декоратив-ҡулланма һәм техник ижад, Башҡортостан халыҡтары тарихы һәм мәҙәниәте буйынса китап күргәҙмәләре, викториналар, рәсем, плакат, инша бәйгеләре, башҡорт теле буйынса олимпиадалар, танылған яҡташтар менән осрашыуҙар ойошторола.

Туймазы дәүләт юридик колледжында студенттар байрамы уҙғарылды. Милли уйындар эстафетаһы барыһының да күңеленә хуш килде. Ҡалалағы “Родина” мәҙәниәт һарайында тантаналы йыйылыш һәм Туймазы районының төп ижад коллективтары ҡатнашлығында “Сәскә ат, тыуған Башҡортостан!” тигән байрам сараһы үткәрелде.
Республика көнөндә район халҡын һәм ҡунаҡтарҙы ауыл хужалығы йәрминкәһе, байрам концерты көтә, кис йәштәр өсөн йырсы Влад Топалов сығыш яһай.




Вернуться назад