Барыһы ла халыҡ өсөн10.10.2014
Мөһим байрам уңайынан Башҡортостандың баш ҡалаһында байтаҡ ижтимағи, мәҙәни һәм спорт саралары үткәрелә.
Өфө хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хәбәр итеүенсә, был көндө Ҡала мәҙәниәт һарайында байрам концерты була, кинотеатрҙарҙа бушлай фильмдар күрһәтелә.
Әүҙем ял итеүселәр өсөн “Аҡбуҙат” ипподромында ат спорты байрамы ойоштороласаҡ. Сара ҡунаҡтарын ҡыҙыҡлы программа көтә: ат ярыштары, йәш һыбайлыларҙың сығышы... Ошонда уҡ Милли музейҙың экспонаттары, “Оҫталар ҡалаһы” халыҡ ижады оҫталарының ҡул эштәре менән танышырға мөмкин. Теләгәндәр атта һыбай ҙа йөрөп ҡарай ала. Бынан тыш, байрам сараһында республиканың һәм күрше өлкәләрҙең иң яҡшы спортсылары, жокейҙары, һыбайлылары менән осрашыу көтә. Тоҡомло аттарҙың сығыштары ла ҡыҙыҡлы булмаҡсы.
Милли һәм халыҡ спорт төрҙәре буйынса XXI фестиваль дә Республика көнөндә буласаҡ. Турнирҙарҙа Башҡортостандың ҡала һәм райондарынан йыйылма командалар ҡатнашасаҡ. Теләгәндәр армспорт, гер күтәреү буйынса таһыллыҡтарын да һынап ҡарай ала.
Концерт программаларына килгәндә, йыр-моң һөйөүселәрҙе Ленин исемендәге майҙанда “Республикама арнала!” исемле ҙур байрам программаһы көтә. “Республикамды яратам!” концерты, “Йәштәр Өфөһө” флешмобы, һөнәр оҫталары тәҡдим иткән күргәҙмә-йәрминкә, милли аш-һыу, Башҡортостандың сәнғәт йондоҙҙары ҡатнашлығында концерт — барыһы ла һеҙҙең өсөн.
Байрам киске сәғәт 10-да салют менән тамамланасаҡ.
Тантаналы, күңелле саралар Өфөлә генә түгел, республиканың башҡа ҡала һәм райондарында ла уҙғарыласаҡ.



Вернуться назад