Шундай ойошмалар күберәк булһын!10.10.2014
Шундай ойошмалар күберәк булһын! Республика көнө алдынан Өфө ҡалаһындағы мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тағы ла берәүгә артты: 192-се (“Ҡарлуғас”) балалар баҡсаһының 70 балаға тәғәйенләнгән икенсе корпусы асылды.

Шуныһы үҙенсәлекле: был – “Ростех” дәүләт корпорацияһының “Молния” пред­приятиеһы ҡарамағындағы ойошма. Бындай балалар баҡсаһы Өфөлә бишәү генә.
– Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында урынға ҡытлыҡ булған саҡта тәрбиә усағын үҙендә булдырған ойошма-предприятиелар ҙур хөрмәткә лайыҡ, – тине яңы мәғариф йортон асыу тантанаһында республиканың мәғариф министры урынбаҫары Владимир Аристархов. – Хеҙмәткәрҙәренә яҡшы эш шарттары тыуҙырыу менән бергә уларҙы башҡа йәһәттән дә хәстәрләгән “Молния” – һис һүҙһеҙ, башҡаларға үрнәк.



Вернуться назад