Дәүләтселектең төп билдәләре10.10.2014
21 йыл элек — 1993 йылдың 12 октябрендә – Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербы һәм Дәүләт гимны ҡабул ителде.
1993 йылдың 12 октябрендә республикабыҙҙың Юғары Советы Башҡортостандың Дәүләт гербы тураһында закон ҡабул итә. Күпселек тарафынан ҡабул ителгән проектты “Китап” нәшриәте рәссамы Фазлетдин Ислахов яһаған була. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербында милли биҙәк менән уратып алынған түңәрәк эсендә ҡалҡып килгән ҡояш фонында Салауат Юлаев һәйкәле һүрәтләнә. Түбәндә — ҡурай тажы һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы төҫөнә буялған, “Башҡортостан” тип яҙылған таҫма. Геральдика ҡағиҙәләре буйынса гербтарҙа аныҡ шәхесте һүрәтләргә ярамай, әммә, Салауат Юлаевтың портреты һаҡланып ҡалмағанға күрә, һәйкәл яугир егеттең, азатлыҡ һәм ғәҙеллек өсөн көрәшсенең дөйөмләштерелгән образын кәүҙәләндерә.
Ошо уҡ көндө, 12 октябрҙә, республиканың Дәүләт гимны тураһында закон ҡабул ителә. Фәрит Иҙрисовтың “Республика” тантаналы көйө Башҡортостандың Дәүләт гимнына әйләнә. Гимндың тексы (авторҙары — Рауил Бикбаев һәм Рәшит Шәкүр) 2008 йылдың 18 сентябрендә ҡулланыуға индерелә.
Һәр дәүләттең символдары уның тарихын һәм йолаларын, дәүләт сәйәсәте ҡиммәттәрен һәм өҫтөнлөктәрен сағылдыра. Башҡортостандың хәҙерге дәүләт символикаһы әүәлгеһе менән сағыштырғанда ошо талаптарға, һис шикһеҙ, тулыраҡ яуап бирә.