Баҡһаң, “ҡышҡы ваҡыт” яҡшыраҡ10.10.2014
26 октябрҙә Рәсәйҙә ваҡытты иҫәпләүҙең яңы тәртибе ғәмәлгә инә. Бөтөнләйгә “ҡышҡы”һында туҡталабыҙ.

Удмурт Республикаһынан, Һамар һәм Кемерово өлкәләренән, Камчатка крайынан һәм Чукотка автономиялы округынан тыш, илдең бөтә биләмәһендә урындағы ваҡыт буйынса төнгө 2-лә сәғәт уҡтары — бер, Байкал аръяғы крайында һәм Магадан өлкәһендә ике сәғәткә артҡа күсерелә.
Илдә был һуңғы тапҡыр эшләнә — башҡаса ваҡыт үҙгәрмәйәсәк. Рәсәйҙә быға тиклем туғыҙ сәғәт зонаһы булһа, әле улар 11-гә тиклем арттырылды.



Вернуться назад