Йәрмәкәйҙәр — беренсе10.10.2014
Йәрмәкәй районы хужалыҡтары республикала беренсе булып шәкәр сөгөлдөрөн йыйыуҙы тамамланы, тип хәбәр иттеләр Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Йәрмәкәйҙәр 662 гектар майҙандан 14,5 мең тонна “татлы тамыр” йыйып алған, шуның 14,4 мең тоннаһы эшкәртеүгә оҙатылған. Республика буйынса дөйөм алғанда 31,3 мең гектарҙан шәкәр сөгөлдөрө алынған. Был пландың 63 процентын тәшкил итә. Гектарынан уртаса уңыш — 256 центнер. 802,9 мең тонна сөгөлдөрҙөң 484 меңе эшкәртелергә тейеш.



Вернуться назад