Әхмәт Лотфуллин исемендәге Абҙаҡ урта мәктәбе ошо көндәрҙә 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Бер быуатлыҡ ғүмер... Ошо дәүер эсендә был белем усағы меңдәрсә кешегә ҡанат ҡуйған, ғилем биреп, оло тормош юлына сығарған. Уйлап ҡараһаң, мәктәптең дә ғүмере хас та кешенеке кеүек. Ҡайһылары иллегә лә етмәй сафтан төшөп ҡала, икенселәре иһә оҙон ғүмерле булып сыға. Абҙаҡ мәктәбе иһә – ана шундай бәхетле яҙмышлы мәғариф усаҡтарының береһе. Бөгөн унда 250-гә яҡын бала уҡый, утыҙлап уҡытыусы белем бирә.
Бер быуатлыҡ тарихлы мәктәптә юбилей уңайынан ҙур байрам ойошторолдо. Тантанаға райондан ғына түгел, алыҫ араны яҡын итеп төрлө тарафтарҙан да ҡунаҡтар килгәйне. Халыҡты Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов тәбрикләне.
– Был мәктәп элек-электән үҙенең көслө коллективы, алдынғы ҡарашлы педагогтары менән абруй ҡаҙанды, – тине ул. – Ә инде ошонда уҡып сыҡҡан ябай ауыл малай-ҡыҙҙары республикабыҙҙа ғына түгел, сит тарафтарҙа ла танылыу тапты. Киләсәктә лә үҙ асылына тоғро ҡалып, был белем усағы әллә күпме илһөйәр шәхес тәрбиәләр, – тип ышанам.
Район хакимиәте башлығы байрам уңайынан алдынғы уҡытыусыларҙы фиҙакәр хеҙмәте өсөн Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне. Араларынан Мөнирә Ишмырҙина иһә “Башҡортостандың мәғариф отличнигы” билдәһен алып һөйөндө. Бынан тыш, мәктәпте яңы мебель менән йыһазландырыу өсөн сертификат тапшырылды.
Һәр белем усағы үҙ уҡыусылары менән бәхетле. Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукова, республикабыҙҙың атҡаҙанған юрисы Урал Аҡкучуков, техник фәндәр докторы Вил Өмөтбаев, филология фәндәре докторы Фирҙәүес Хисамитдинова, Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәфҡәт Ишҡыуатов, шағир Әхмәҙин Әфтәх кеүек танылған шәхестәр менән ауылдаштары хаҡлы ғорурлана. Ә инде 2008 йылдан алып белем усағы халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, СССР-ҙың халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллин исемен йөрөтә.
Әйткәндәй, абҙаҡтар өсөн Әхмәт Фәтҡулла улы бигерәк тә ҡәҙерле. Нәҡ уның тырышлығы менән республикабыҙ ауылдарынан беренсе булып Абҙаҡта картиналар галереяһы асылды. Олуғ ижадсының бик күп әҫәре лә ошо ерҙәге халыҡҡа арналған. Оло ихтирам йөҙөнән мәктәптә Әхмәт Лотфуллинға иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған, уның исеменә арналған аҙналыҡтар йыл да үткәрелеп тора.
Күрәһең, бөйөк рәссамдың рухы – коллективҡа сәмләнеп эшләргә, яңы уңыштарға ҙур этәргес. Абҙаҡ мәктәбенең Рәсәйҙең “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проектында еңеп, миллион һумлыҡ грант алыуы – үҙе ҙур ҡаҙаныш! Әлбиттә, бындай уңышҡа өлгәшеүҙә тәжрибәле уҡытыусыларҙың өлөшө ҙур. Ошо урында Венера Яҡупова, Рәзилә Зарипова, Рима Байбулатова, Фирүзә Фәттәхова, Гөлсирә Төхвәтуллина, Хәтижә Ғайсина, Рәхилә Рәхимова, Рәзилә Ирғәлина кеүек үҙ һөнәре оҫталарының исемен атап үтергә кәрәктер.
– Тәүге көндәренән алып мәктәбебеҙ төп маҡсатына – ауыл балаларына ныҡлы белем биреүгә, милли кадрҙар әҙерләүгә, уларҙы оло тормош юлына сығарыуға тоғро ҡала, – тип белдерҙе мәктәп директоры, Рәсәйҙең почетлы мәғариф хеҙмәткәре Гөлшат Йомағужина. – Республикабыҙ Хөкүмәте ҡарары буйынса 2003 йылда ике ҡатлы мәктәп төҙөлдө. Бына инде ун йыл балалар яҡты, күркәм, заманса йыһазландырылған иркен бинала белем ала. Бөгөн ул матди хәле, уңайлы шарттары менән ҡала мәктәптәренән һис тә ҡалышмай. Уҡытыусылар иһә – белем биреүсе һәм төрлө саралар ойоштороусы ғына түгел, ә баланы һәр яҡлап күрә, ишетә белгән, ысын шәхес итеп тәрбиәләнгән талантлы һөнәр эйәләре.
Юбилей кисәһе дәртле йыр-моң менән үрелеп барҙы. Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукованың сығышын тамашасылар дәррәү алҡыштарға күмде. Шағир Әхмәҙин Әфтәх иһә элек белем алған мәктәбенә арнап шиғырын уҡып, тамашасыларҙы һөйөндөрҙө. Мәсәғүттән килгән музыкант, композитор, юғары категориялы уҡытыусы Салауат Вәлиевтең үҙе ижад иткән йырҙары сараны тағы йәмләп ебәрҙе. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Өфөлә йәшәүсе Рәмил Вәлиев иһә өҙҙөрөп ҡурайҙа уйнағанда, һәр кем усы ҡыҙарғансы ҡул сапты...
Шуныһы һөйөнөслө: сәхнәгә күтәрелгән һәр шәхестең, һәр уҡытыусының сығышы аша мәктәптең бай тарихы күҙ алдына баҫты.
– Ғүмеремдең 60 йылы ошо мәктәп менән бәйле, – тип хәтирәләргә бирелде уҡытыусы-ветеран Клара Атнағолова. – Тәүҙә үҙем шунда белем алдым, һуңынан иһә, педагогия училищеһын тамамлағас, ошонда уҡ уҡытырға ҡайттым. Төрлө замандар булды. Элек мәктәп булып алты ағас йорт хеҙмәт итте. Береһенән икенсеһенә күсеп йөрөп уҡыттыҡ балаларҙы. Ҡатмарлыҡтар булды, ләкин бирешмәнек. Мәктәптең бөгөнгөһө өсөн ҡыуанам. Беҙҙең эште лайыҡлы уҡытыусылар дауам итә...
Йола буйынса, тантанаға килгән ҡунаҡтар мәктәп алдында шыршы үҫентеләре ултыртты.
– Апай, ул үҫерме икән? – тип һорап ҡуйҙы уҡыусыларҙың береһе.
– Өфөнән килгән анау ағайҙы күрәһеңме? – уҡытыусы ҡунаҡтар яғына ҡарашын йүнәлтте. – Ул да бер заман ошо мәктәпкә бәләкәй генә малай булып килгәйне. Хәҙер ҡайһылай үҫеп китте! Ошо ағастар ҙа, йылдар үткәс, шаулап торор әле!
Эйе, был ағастар, мәле еткәс, тирә-яҡты йәмләр. Күңелдәренә изгелек орлоҡтары сәселгән балалар ҙа, мәктәбенең, ауылының, халҡының данын арттырып, беҙҙе ҡыуандырып торор. Амин, шулай булһын!