Бәхет – йортоңдоң күркәмлегендә10.10.2014
Бәхет – йортоңдоң күркәмлегендә – Йорт төҙөй башлағанда уның нигеҙенә Ҡөрьән сүрәләре яҙып һалған кешеләр бар. Был дөрөҫмө, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

Индира ФӘТҠУЛЛИНА.
Нефтекама ҡалаһы.

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:

– Әл-хәмдү лил-ләһ, йорт төҙөү, бала­ларҙы иркен, уңайлы шарттарҙа тәрбиәләү – Исламдың бөйөк тәғлимәттәренең береһе. “Әҙәм бала­һының бәхете – өйө­нөң күркәм, яҡты бу­лыуында”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә үҙенең мө­бәрәк хәҙисендә.
Йортҡа нигеҙ һалған ваҡытта Ҡөрьән уҡып, доға ҡылдырыу – мосолман донъя­һында борон-борондан килгән күркәм ғәҙәт. Ошолай Аллаһ Тәғәләнең ризалығын, рәх­мәтен алып башланған тормош, иншаллаһ, нурлы, бәрәкәтле булыр, ғаилә имен, тыныс, татыу ғүмер итер.
”Йортоғоҙҙо намаҙ һәм Ҡөрьән менән нурландырып тороғоҙ”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Тимәк, нигеҙгә генә түгел, бәлки, әҙер өйгә лә даими аят уҡытыу – Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең сөн­нәте, әҙәм балаларына күрһәткән күркәм үрнәге.
Ҡайһы ғына урында туҡталһа ла, Пәй­ғәмбәребеҙ: “Эй, Раббым, хәйерле урынға индерһәң ине”, – тип доға уҡыр булған. Бындай теләкте заманында Нух ғәләйһис-сәләм дә йыш әйткән. Бер мәл ул, кәмәлә саҡта туфан күтәрелгәс, шул доғаны уҡый. Теләк бәрәкәтендә Джуди тауы янына килеп туҡталалар. Кәмәләге йәнлектәр, иманлы әҙәм балалары төшөп, ерҙә йәнә тормош башлана.
Миңә мөрәжәғәт иткән ҡәрҙәшебеҙҙең һорауына килгәндә, ҡайһы бер кешеләрҙең йорт нигеҙенә Ҡөрьән сүрәләре яҙып һалы­уының һис тә зарары юҡ. Изге теләкте Аллаһ ҡабул ҡылып, өйҙө нурландырһын, иншал­лаһ.
Әл-хәмдү лил-ләһ, хәҙер йорттарҙы ҡуп­шы, уңайлы итеп төҙөү йәһәтенән ҙур мөмкинлектәр бар. Төрлө кәрәк-яраҡ күпләп һатыла, Ҡөрьән уҡыу өсөн муллалар ҙа, Аллаға шөкөр, байтаҡ. Иң мөһиме – өйҙәребеҙ нурлы булһын, унда бала-саға тауышы яңғырап торһон, эргәһендә, күҙҙе иркәләп, ағастар, сәскәләр, емеш-еләк үҫ­һен. Йортҡа мотлаҡ ҡояш төшөргә тейеш. Бының айырым хикмәте бар: тәбиғәт нуры йылытмаған ерҙә гөл дә йүнләп үҫмәй бит.
Ихатаһы булған үҙ йортоңда йәшәү – ҙур бәрәкәт. Унда балалар ҙа эшкә өйрәнеп, күркәм тәрбиә алып үҫә. Атанан күргән уҡ юнған тигәндәй, ошондай шарттарҙа буй еткергән уландар киләсәктә үҙҙәре лә күркәм йорттар төҙөп, ғаиләһен уңайлылыҡта йәшәтер. Шул уҡ ваҡытта, хөрмәтле ҡәр­ҙәштәр, өй һалғанда йәштәрҙең өлкәндәр менән кәңәшләшеүе, фекер алышыуы мө­һим. Ҡул, һүҙ көсө аша күмәкләп баш­ҡарылған хеҙмәт бәрәкәтле, ҡәҙерле булыр.
Аллаһ Тәғәлә һәр йортта Ҡөрьән уҡытып торорға насип әйләһен, уларҙа гелән тыныслыҡ, татыулыҡ хөкөм һөрһөн, бер-бер артлы сабыйҙар донъяға килеп, нурҙы тағы ла арттырһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ!
Амин.


Вернуться назад