Бүлмәне генә яҡтыртҡан шәм түгел10.10.2014
Беҙҙең быуынға динде ҡараңғылыҡ, артта ҡалған­лыҡ билдәһе, хатта үҫештең дошманы тип өйрәттеләр. Шулай икән, ни өсөн быуаттар үткәс кенә аңлашылыуы мөмкин булған хикмәттәр Ҡөрьән аяттарында табылып, фән тарафынан дәлилләнә һуң?


Исламдың терәктәренең береһе булған иман тотош тереклек донъяһын тотоп тора. “Изге Ҡөрьән нуры” йыйын­ты­ғы авторҙары яҙыуынса, ул “бүлмәне генә яҡтыртып торған шәм түгел, яҡты нуры тышҡа ла тарала”. Дин дөрөҫ юлды һайларға өйрәтә. “Кешене ике нәмә һәләкәткә илтә: үтә фә­ҡирлектән ҡурҡыу һәм һауалы булыу, – тип әйтеп ҡалдырған бер күренекле дин әһеле. – Үҙегеҙгә генә һоҡланыуҙан һаҡ булығыҙ. Ялғанлыҡҡа яҡын бармағыҙ. Улар – шайтан ҡулын­дағы төп ҡорал”.
Совет осоронда әлеге Ишембай районы биләмәһендә урынлашҡан мәсет манараларын ауҙарған, был эштә уларға ярҙам күрһәткән кешеләрҙең фани донъялағы яҙмыштары менән ҡыҙыҡһынып, шуны белдем: уларҙың барыһы ла тип әйтерлек ҡаты ғазаптарға тарыған, гонаһтарының эҙемтәһе ғаилә ағзаларына ла күскән.
Иман йорто – доға ҡылыу, намаҙ уҡыу, изгелек таратыу урыны. Әл-хәмдү лил-ләһ, һуңғы йылдарҙа беҙҙең районда ла мәсеттәр күпләп һалынды. Иман йорто булған ерҙә йәш быуынды тәрбиәләү, күңелдәргә иман орлоғо һибеү бермә-бер еңелләшә.
Быуындар бәйләнешен нығытыу, мосолмандарҙың көс-ҡеүәтен арттырыу, тормошобоҙҙоң именлеген тәьмин итеү маҡсатында ҡулға-ҡул тотоношоп, ярҙамлашып йәшәйек, иншаллаһ. Киләсәктә манаралар ауҙарып йөрөргә яҙмаһын, Аллам һаҡлаһын.





Вернуться назад