Ҡыш битте семетһә лә...31.01.2012
Өфөнөң 13-сө башҡорт балалар баҡсаһында йырларға, бейергә әүәҫ кескәйҙәр күп. Гөлфиә Лоҡманова — тап шундайҙарҙың береһе.
Быйыл яҙ ҡыҙсыҡҡа өс йәш туласаҡ. Был байрамын түҙемһеҙлек менән көтә Гөлфиә. Тыуған көн тураһында һигеҙ юллыҡ шиғыр ҙа әҙерләп ҡуйған. Ниндәй йыр, бейеү башҡарасағын әлегә сер итеп һаҡлай.
Ҡышты бик ярата ул. Ағаһы менән тауҙан шыуыу, ҡар бәрешеп уйнау шундай күңелле! Ҡыш бабай сикәләрҙе семетеп-семетеп алһа ла, саналарҙы ситкә ебәреп, көрткә сумдырып ыҙалатһа ла, өйгә һис тә ҡайтҡыһы килмәй Гөлфиәнең. Күрәһегеҙме, ҡайһылай ҡәнәғәт ул!
Өфө ҡалаһы.


Вернуться назад