Туғандарҙың татыулығы байлыҡтан артыҡ10.10.2014
Туғандарҙың татыулығы байлыҡтан артыҡ Халыҡ йөрәге — алтын, уға һис ҡасан да тут ҡунмай

Донъяла тыныслыҡ юҡ. Именлек юғалған донъяла кес кенә мәсьәлә лә проблемаға әүерелә, кешеләр бер-береһенә ҡарата ышанысын юғалта, шикләнеү, көнләшеү, ошаҡлашыу кеүек йәмһеҙ күренештәр өҫкә ҡалҡып сыға. Бындай күренештәрҙең тамырҙары тәрән һәм тармаҡлы. Ләкин илдәр, ҡәүемдәр, конфессиялар араһындағы мөнәсәбәттәрҙең ошо 10-15 йыл эсендә уғата ҡырҡыулашыуының төбөндә мөлкәт һәм идеология, дөрөҫөрәге, сәйәсәт ята. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быуат аҙағында һәм быуат башында барған сәйәси-иҡтисади процестарҙа тиҫкәре, емергес көстәрҙең өҫтөнлөгө үҙен ныҡ һиҙҙерә.


Бына ошондай уйҙарыңдың осо-ҡырыйына сыға алмай яфаланған мәлдәрҙә, йөрәгеңдең ситлектәге ке­йек һымаҡ тулаған саҡтарында донъя мәшәҡәттәрен йырып сыға алмайын­са сәсәрҙәй булаһың. Аҙым һайын хәүеф янап торған һәм ул ҡурҡы­ныстарҙың ҡасан һәм ҡайһы тарафтан килеп сығырын белеү мөмкин булмаған заманда йәшәүе еңел тү­гел. Йәшәүеңдең мәғәнәһе тура­һын­да уйланмаған мәлдә генә тормош үҙ яйынса барған һымаҡ.
Асылың, илең, халҡыңдың ысын йәшәйеше хаҡында уйлай баш­лаһаң, тирә-яҡ мәкерлек, ялған, ике йөҙлөлөк, уғрылыҡ менән тулған кеүек. Әлбиттә, улай уҡ түгелдер ҙә. Ниндәй генә әшә­ке­лек даръяларын кисергә тура килмәһен, халыҡтың күпселеге шул кисеүҙәрҙән бысран­май сыға. Халыҡ йөрәге – алтын, уға һис ҡасан да тут ҡунмай.
Донъяла идеалист булып йәшәү мөм­кин түгел, ләкин сабый сафлығын, хатта бер ҡатлылығын һаҡлап ғүмер итке килә. Тәбиғәт бит әҙәм балаһын һөттәй пак күңелле һәм хисле итеп яралта. Тик ошо күңел­дең ап-аҡ дәфтәренә ҡара яҙыу­ҙарҙы тормош яҙа. Кешеләр араһында үткән һәр сания (секунд) сабый йөрәгенә, әсә наҙы менән ата ҡурсалауынан тыш, ҡырыҫлыҡ һәм уҫаллыҡ, көнсөллөк һәм ҡомһоҙлоҡ орлоҡтарын һала бара.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешене шәхес бу­лараҡ йәмһеҙләүсе сифат­тар, меңәр йылдар буйы йыйыла һәм, үҙҙәренсә камиллаша килеп, уның генетик үҙенсәле­генә әүерелгән.
Әҙәм балаһының бер үк ваҡытта кемделер өҙөлөп һөйөүе һәм уның хаҡына ғүмерен ҡорбан итеүе лә ихтимал. Шул уҡ ваҡытта ул икенсе бер ғүмерҙе киҫергә лә һәләтле. Ос­рашмаҫ һәм ярашмаҫ нә­мәләр ҙә кеше тәбиғәтендә бер булып уҡма­ша ала. Шуға ла ул асылмаҫ сер донъяһы рәүешендә ҡалған кеше.
Халыҡтың рухын нимә һүрелтә? Айырым кешеләрҙең ғафиллығы. Илдең йә­мен нимә ебәрә? Унда йәшәүселәрҙең ғафиллығы. Телевидениенан иртәнән кис­кәсә ба­рыусы мәғәнәһеҙ сериалдарҙа ла мәғәнәле кадрҙар осрап ҡуя. Мәҫәлән, инспектор егеттәр, мә­йет­те ҡарай-ҡарай, енәйәт сәбәптәрен тикшерә-тикшерә, ҡәһүә тәмләй. Был ни­мә? Енәйәт хәлдәренә шул ҡәҙәре лә өйрәнеп китеүме, әллә хис-тойғоларҙың, кисерештәрҙең юйылыуымы?
Беҙ ҙә ҡайһылыр яҡтан шул моңһоҙ тәфтишселәргә оҡшап бар­майбыҙмы икән? Кеше йөрәге, ус аяһындай ғына булһа ла, донъяның шатлығын да, ҡай­ғыһын да һыйҙырырға һәләтле. Ә ирҙәр илағанда ла ҡымшанмаған кешелә ил хәстәре һәм халыҡ тураһында уй булыуы мөмкинме?
Башҡортостан Фәндәр академия­һы академигы, профессор Марат Илһамов үҙенең ғилми остазы Хәмит Мөштәри тураһындағы кита­бында ҙур ғалим, шы­йыҡлыҡ һәм газ механикаһы буйынса күренекле белгес, Социалистик Хеҙмәт Ге­­ройы Хәлил Рәхмәтуллинды хәтергә ала. Талантлы ғалим ғына түгел, ғәжәйеп үҙенсәлекле шәхес тә булған ул. Туҡай шиғырҙарын ят­тан белгән. Мәскәүҙә Ил­һамов, йо­мошо төшөп, уның фатирына бар­ғас, профессор үҙенең “тиле холҡо”на зарлана икән: “Бына гәзиттә АҠШ менән Япония ара­һындағы сауҙа низағы тура­һында яҙалар, ә мин шуға тулҡынланам”.
Шундай хәл­дең булыуына ыша­нам. Бөтә донъяның хәүеф-хәстәрҙәрен йөрәге аша үткәреүсе ке­шеләр ысынлап та бар. Василий Шукшин ундайҙарҙы “чудиктар”, йәғни тормошто үҙенсә күреүсе ке­шеләр, тип атай. Баш­ҡортсаға “йү­ләркәй” йә “иҫәүән” тип тәр­жемә итеү Шукшин һүҙенең мәғәнәһен асмай. Донъя­ла кешелеклелек һаҡланып ҡа­лыуға, бәлки, шундай “чудиктар”ға рәх­мәт­ле­беҙҙер әле. Ишектән ҡыуғанда тәҙ­рәнән ки­леп инеүсе яманлыҡтарға юлды яба алһаҡ ине. Әсәләр ҡулында – донъя яҡтыртыр ҡояш, сабыйҙар ҡу­лын­да – ҡалас, аталар ҡулында ил һаҡ­ларлыҡ ҡылыс булһын.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Ра­уил Бикбаевтың һүҙҙәрен ҡабат­лап һәм үҙгәртеберәк әйткәндә, ба­штарыбыҙ эйел­гән хәлдә лә, ҡайғы­нан түгел, аҡыл һәлмәклегенән эйелһен. Йоҡоға кисен көлөп киткән бала иртән илап уянмаһын.
Кемдәрҙер футболда еңелеүҙе лә милли фажиғәгә тиңләп йөрөй. Икен­селәр футбол командаларын уйынсыҡ урынына һатып ала, өсөнсөләр донъя күләмендә иле­беҙҙең кәмһетелеүен дә күрмәмешкә һалыша, Мостай ағай әйтмешләй, илдең күҙҙәренән сәсрәп сыҡҡан тоҙло йәшенән рәхәт таба. Мөлкәттәр генә түгел, рухи ҡиммәттәр айырымлан­ған илдә тыныслыҡ һәм бер-береңә хөрмәт булыуы мөмкинме? Жириновскийҙар сәйәсәттең иң түренә менеп ҡунаҡлағас, ниндәй йәмғиәттә йәшәүебеҙ хаҡында һүҙ ҡуйыртыу артабан кәрәкме икән?
Кемдең кемлеге татлы һүҙҙәр менән түгел, бәлки күҙ күргән, тотоп ҡарарлыҡ эштәр менән баһалана. Буш вәғәҙә оҫталарына инглиздәр әүәлге заман­дарҙа шулайыраҡ яуап биргән: “Әгәр кеше мине бер тапҡыр алдаһа, әйҙә, уға оят булһын. Әгәр ул мине икенсе мәртәбә алдаһа, ояты миңә булһын”. Йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ йүгермәһен.
Шуның өсөн хәбәрләшеп, кәңәшләшеп йәшәйек. Барыбыҙ ҙа тынып ҡалһаҡ, илебеҙҙә хужа булып йәшәй алмабыҙ. Яңғырауыҡлы һүҙҙәр күп әйтелһә лә, ябай халыҡтың тормо­шо еңеләйеүгә бармай. Иҫкергән тундың бер урынына ямау һалһаң, икенсе урыны бүҫелә. Аслыҡ иғлан иткән ата-әсәләр, һыу йотоп, ға­иләләренән ҡасып ятмай. Пред­прия­тиеларҙы, бөлгөнлөккә төштө тигән бу­лып, арзан хаҡҡа таратыу да­уам итә. Рәсәйҙең милли бай­лыҡтары сит дәү­ләттәргә йылғалай ағыла. Власть бы­ларҙың барыһын да күреп тора, әммә күңеле менән һуҡыр килеш ҡала бирә.
Тәнеңә энә осо ҡағылһа ла һыҙ­ланаһың, ә илебеҙҙең тәне – әллә ҡа­сандан ҡанһыраған оло бер яра. Уны тырыш хеҙмәтебеҙ, сәләмәт ру­хыбыҙ менән генә дауалау мөмкин.
Ошо буталсығыраҡ, ҡайсаҡ хис-аҡыл­дан алдараҡ йүгергән яҙмаларымды уҡыусылар, байрам көндө урынһыҙ, тип ҡабул итмәүе лә ихтимал. Килешмәһәгеҙ ҙә, кире ҡаҡһағыҙ ҙа, улар – ябай бер кешенең фекерҙәре генә. Әгәр улар ни яғы менәндер уйландырһа, күңел ҡыл­дарығыҙға ҡағылып уҙһа, ҡәләм тиб­рәткән кешегә тағы ни кәрәк? Ә юҡ, уртаҡ илебеҙ, Башҡортостаныбыҙҙың бәхетен, именлеген, ғорурлығын элеккесә һаҡлап ҡалыу кәрәк. Ил-йортобоҙ имен булһа, ел-дауылдарға ҡымшанмабыҙ әле.




Вернуться назад