Африкаға бармай тороғоҙ10.10.2014
Африкаға бармай тороғоҙ “Роспотребнадзор” идаралығы Көнбайыш Африкаға барырға теләүселәргә сәфәргә сығыуҙы кисектерергә кәңәш итә. Был Эбола биҙгәгенең көсәйеүенә бәйле.
Хәүефле сир Башҡортостанда күҙәтелмәһә лә, уның тураһында һөйләмәйенсә, халыҡҡа аңлатмайынса мөм­кин түгел. “Роспотребнадзор” етәкселәре әйтеүенсә, илгә хәүефле вирусты индермәү өсөн бөтә саралар күрелә.
Әле Көнбайыш Африкала Эбола биҙгәге меңләгән кешегә үлем хәүефе менән янай. Сирҙең 15 илгә тарал­ғанлығы билдәле. Ҡайҙан килеп сыҡҡан зәхмәт был, уның рәсәйҙәргә йоғоуы ихтималмы?
Африканың Эбола тип йөрөтөлгән бәләкәй генә йыл­ға­һы буйында төрлө биҙгәк сирҙәренән үлеүселәр элек тә булған. Был ауырыуҙарҙың байтағы фәнгә мәғлүм. Тикшеренә торғас, шул сирҙәрҙең береһен 1976 йылда ғына асыҡлай алалар. Уның сәбәбе — вирус. Вирусҡа Эбо­ла исемен бирәләр, ә ул тыуҙырған сирҙе Эбола биҙгәге тип атайҙар.
Тора-бара вирустың биш төрлө икәнлеге асыҡлана, барыһы ла кеше өсөн үлемесле түгел. Эбола биҙгәге ваҡыты-ваҡыты менән йышайып тора. Бөгөн Көнбайыш Африкала эпидемия бик ныҡ таралған. Ошо тарафтарҙа булып ҡайтҡан кешеләрҙең сирләүе ихтимал. Вирус организмға ингәс, 2–21 көн эсендә температура күтә­ре­леү рәүешендә сирҙең тәүге билдәһе барлыҡҡа килә, шуға кү­рә сәфәрҙә пассажирҙарҙың сәләмәтлегенә ҙур иғти­бар бирелә, башҡаларға йоҡмаһын өсөн, ауырыуға айырым урын биреп, юлда уҡ дауалай башлайҙар. Сә­фәрҙән имен-аман ҡайтып еткән кеше лә сәләмәтлек торошон күҙәтеп торорға, температураһы күтәрелгәндә, табипҡа мөрәжәғәт итергә тейеш.
Вирустар, ғөмүмән, тере организмдарҙан тыш үрсей алмай. Эбола вирусы ла шундай уҡ. Уның тәбиғи мөм­кинлектәре әлегә билдәле түгел. Әгәр шуны асыҡлап булһа, уға ҡаршы көрәшеүе лә еңеләйәсәк.
Эбола вирусы хайуандарҙы ла ағыулай. Уның ярға­наттарҙан, маймылдарҙан, кимереүселәрҙән, антилопа­ларҙан кешегә йоғоуы билдәле. Эпидемияны тропик урмандарҙы киҫеүҙең эҙемтәһе менән аңлатыусылар бар. Шул арҡала сирле ярғанаттар икенсе урындарға күсергә мәжбүр, һөҙөмтәлә вирус йырағыраҡ ерҙәргә тарала, кешеләргә уның йоғоу ихтималы арта.
Эбола вирусының ҡайҙан, нисек килеп ингәнлеге билдәле инде. Сирләгән хайуандың йәиһә кешенең организмынан сыҡҡан бөтә төр бүленде лә йоғошло. Уның лайлалы тиресәгә йәки һыҙырылған тирегә тейеүе менән вирус кешегә күсә. Биҙгәктән вафат булған мәйетте йыу­ғанда ла сирҙең йоғоуы мөмкин. Эбола биҙгәгенең тәүге билдәләре күп кенә сирҙәрҙекенә бик оҡшаш: хәл бөтә, температура күтәрелә, тамаҡ, баш һәм мускулдар ауыр­та, эс китә. Бөйөргә, бауырға зарар килә, ҡан ағыуы күҙә­те­лә. Юҡҡа ғына уны медицинала “Эбола атамалы геморрагик биҙгәк” тип атамайҙар. Сир бер-ике аҙна дауам итә. Ауырыуҙы асыҡлау өсөн ҡанды лабораторияла тикшерәләр.
Был үлемесле сирҙе йоҡтормау өсөн ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү мөһим: ҡулды һабын менән йыш йы­уыу; ауыҙҙы һәм танауҙы ҡаплап торған битлек, махсус күҙлек кейеү; сирлене тәрбиәләгәндә ҡулланылған әй­бер­ҙәрҙе, бүленделәрҙе һәм ҡорамалдарҙы махсус саралар ярҙамында зарарһыҙландырып тороу. Хайуандар менән эш итергә тура килгәндә, даими һаҡланыу сараларын күреү мотлаҡ. Әлегә Көнбайыш Африка илдәренә йөрөмәү хәйерлерәк, телевидение тапшырыуҙары менән хушһынығыҙ, тип иҫкәртке килә гәзит уҡыусыларҙы.
Сиргә ҡаршы көрәшеү ысулдарын өйрәнеү маҡсаты ме­нән төрлө ил табиптары Африкаға йөрөп тора. Ундағы халыҡтың күп өлөшө наҙан булғанлыҡтан, белгестәргә эшләүе ауыр. Белемһеҙ кешегә йоғошло сирҙең сәбәбе сихыр ҙа, зәхмәт тә түгеллеген төшөндөрөү бик ҡыйын, әлбиттә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә Эбола вирусына ҡаршы тәьҫирле дарыу юҡ. Организм инфекцияға ҡаршы үҙе көрәшә, иммунитетты ла үҙе булдырырға тырыша. Сир­ҙе еңеп сығыу өсөн медицинала ҡайһы бер ярҙам саралары бар. Температура күтәрелгәндә табиптарға мө­рә­жәғәт итегеҙ. Үҙеңә генә түгел, яҡындарыңдың сәләмәтлегенә лә иғтибарлы булыу мөһим. Новостройки в Уфе.

Нәсимә һәм Марат ХӘЙҘӘРОВТАР,
табиптар.


Вернуться назад