Шиғри күңелле акушер10.10.2014
Уҙған быуаттың көҙгө көндәренең береһе. Өфөгә барып етер саҡта автобуста бер ауырлы ҡатынды тулғаҡ тота башлай. Шофер ни эшләргә белмәй. “Арағыҙҙа медиктар бармы?” — тип, мөлдөрәгән күҙҙәрен юлсыларға төбәй.


Халыҡ араһынан: “Мин”, — тигән ҡыйыуһыҙ ғына тауыш ишетелә. Ул Өфөләге медицина училищеһының III курс студенты Айгөл Фәрхетдинова булып сыға. Ҡаҡса ғына кәүҙәле ҡыҙға шофер ҙа, юлсылар ҙа ҙур өмөт бағламай. Ләкин ул “Ашығыс ярҙам” машинаһы килеп еткәнсе ҡулынан килгәндең барыһын да эшләй. Аҙаҡ училищеға Айгөл исеменә рәхмәт хаты килә. Шуға ла акушерлыҡ буйынса имтихан тапшырғанда уға, һорап та тормай, “бишле” ҡуйып сығаралар.
Айгөл бына 23 йыл инде Мәсәғүт бала табыу йортонда акушер булып эшләй. Намыҫлы, тоғро хеҙмәткәрҙең эшенән етәкселек бик ҡәнәғәт. Буш ваҡыттарында Айгөл Фәрхетдинова әҙәби ижад менән дә шөғөлләнә. Бөгөн гәзит уҡыусыларға уның бер шиғырын тәҡдим итмәксемен.


“Түҙ, аҡыллым!”

Уйҙарымды тауышҡайы бүлде
Тулғаҡ тотҡан һылыу ҡатындың.
Балаҡайҙар шуға ғәзиз була,
Һыҙландырып тыуғас ҡарынды.

Мөлдөрәмә тулы күҙкәйҙәре
Ярҙам көтөп ҡараш ташланы.
“Түҙсе инде, түҙ, аҡыллым, — тимен, —
Яңы ғүмер шулай башлана”.

Ауыртыуҙар өҙә бәғеркәйен,
Ары торһон тамуҡ ғазабы.
Һыҙланыуың үтер әсә булғас,
Татлы булыр уның аҙағы.

Донъя күрҙе ғәзиз балаҡайы,
Шыбыр тиргә мансып әсәһен.
Барыһы ла буталды шул саҡ —
Ҡыуанысы, шатлыҡ, күҙ йәше.

Ҡосағына алып ҡыҫты ҡатын
Ошо кескәй генә бер йәнде.
Бындай оло бәхеттәрҙе беҙгә
Хоҙай ғына белеп биргәндер.

Әсә хаҡы тиеп һүҙ һөйләйбеҙ,
Хаҡҡынайын кем һуң үлсәне?
Бар донъяның алтын тауы етмәҫ
Бер тулғағы өсөн әсәнең!


Вернуться назад