Саҡмағош районының Йомаш табиплыҡ амбулаторияһында Өфөнөң 18-се ҡала клиник дауаханаһы табиптары “Сәләмәтлек марафоны” акцияһын ойошторҙо.
Дауахананың кардиолог, невролог, эндокринолог һәм башҡа белгестәрҙән торған бригадаһы эшкә һәләтле йәштәге халыҡтың сәләмәтлеген тикшерҙе. Табиптар, ҡан тамырҙары сирҙәре хәүефенең төп билдәләре буйынса скрининг үткәреп, артериаль баҫымды, тән ауырлығын үлсәне, шәкәр кимәлен билдәләне, электрокардиограмма яһаны. Районда терапевтар, “Ашығыс ярҙам”, ФАП фельдшерҙары өсөн конференция ла үткәрелде.