Киҙеүҙән һаҡланығыҙ10.10.2014
Милли календарға ярашлы, республикала киҙеүгә ҡаршы 1 миллион кешегә прививка яһатыу ҡаралған. Был халыҡтың 25 проценты тигән һүҙ. Иҫкәртеү сараларына федераль бюджеттан аҡса бүленә.


Балаларҙы вакцинациялауға — 45 мең, өлкәндәр өсөн 75 мең дозанан ашыу күләмдә “Гриппол плюс” препаратының тәүге партияһы килде һәм медицина ойошмаларына таратылды.
Организмдың вируслы йоғошло сирҙәргә тотороҡлолоғон көсәйтеү өсөн А, С һәм В төркөмө витаминдарын, үҫемлектән эшләнгән элеутерококк экстрактын, аралия, женьшень төнәтмәһен ҡулланыу файҙалы. Шәхси гигиена талаптарын үтәргә, йортоғоҙҙо елләтергә онотмағыҙ.

***

“Микроген” ғилми-етештереү берекмәһенең “Иммунопрепарат” предприятиеһында киҙеүгә ҡаршы яңы сплит-вакцинаның тәжрибә серияһы сығарылды.

Яңы ҡоролманы файҙаланыу һөҙөмтәһендә вакцинаны таҙартыуға һәм сифатын яҡшыртыуға өлгәшелә. Өҫтәүенә ул етештереү циклын күпкә ҡыҫҡарта һәм етештереүсәнлекте арттыра. Киҙеүгә ҡаршы вакциналар сығарыу цехында ҡорамалдарҙы яңыртыуға биш миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған.


Вернуться назад