Талаптар арта10.10.2014
Өфөлә трансфузиологтарҙың төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы булды.


Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бүлек начальнигы Гөлнара Зиннурова әйтеүенсә, ҡан хеҙмәтенән тыш хирургия, бала табыу, гематология, онкология кеүек махсус медицина ярҙамы күрһәтеү төрҙәренең йәшәүе һәм эшләүе мөмкин түгел. Республиканың ҡан менән тәьмин итеү хеҙмәте учреждениелары быйыл яҡшы күрһәткестәргә өлгәште. Тәүге ярты йыллыҡта ҡан-плазма биреү һаны 44 меңдән ашты, бөтәһе 23 мең 282 литр донор ҡаны әҙерләнде. Ҡан компоненттарының сифатына һәм хәүефһеҙлегенә талаптар юғары. Эште дөрөҫ ойоштороу ҡан биреүгә ихтыяжды кәметергә һәм тармаҡҡа тотонолған сығымды аҙайтырға ярҙам итәсәк.


Вернуться назад