Ялға ихтыяж10.10.2014
Ялға ихтыяж “Красноусол” шифаханаһында учреждениеның 90 йыллығына арналған ғилми-ғәмәли конференция үтте.
Халыҡҡа шифахана-курорт һәм реабилитация ярҙамын камиллаштырыу маҡсатында ойошторолған сарала Мәскәү, Һамар, Ырымбур, Пермь ҡалалары белгестәре лә ҡатнашты. Әле республикала өлкәндәр һәм балалар өсөн ун шифахана эшләй. Уларҙа былтыр 105 мең, быйылғы ярты йыллыҡта 51,4 мең кеше сәләмәтлеген нығытты. Белгестәрҙең әйтеүенсә, шифаханаларҙа ял итеүгә ихтыяж ҙур, айырыуса эшкә һәләтле йәштәгеләр курорт ярҙамына мохтажлыҡ кисерә.
Дәүләт гарантиялары программаһына ярашлы, республикабыҙҙа эшләүсе граждандарҙы стационарҙа дауалағандан һуң артабан сәләмәтлектәрен нығытыу буйынса түләүһеҙ медицина ярҙамы күрһәтелә. Хәҙер кардиология, гастроэнтерология, травматология һәм ортопедия бүлексәләрендә дауаланғандар өсөн медицина реабилитацияһы ҡаралған.


Вернуться назад