Уңған халыҡ биҙәй был ерҙе10.10.2014
Уңған халыҡ биҙәй был ерҙе
Башҡортостандың Бөрө һәм Яңауыл ҡалалары араһында урынлашҡан Борай районында 25 меңдән ашыу кеше йәшәй. 39 ауыл клубын үҙ ҡарамағында тотҡан мәҙәниәт һарайы, 29 филиаллы китапхана системаһы, 10 урта, биш төп дөйөм белем биреү мәктәбе, уларҙың бүлексәләре, 14 филиалға эйә өс мәктәпкәсә мәғариф усағы фонында был район тормошоноң бөгөнгөһөн төҫмөрләү ауыр түгел.
Көҙҙөң әбейҙәр сыуағынан да яҡтыраҡ, йылы сырайы менән ҡаршы алды беҙҙе данлыҡлы Борай төбәге. Һауа торошоноң көйлө булыуынан файҙаланып, бөтөн республика уңыш туплау менән мәшғүл осорҙа район халҡы ла хеҙмәт яланын ҡалдырмай. Баҫыу гөрләй, белем усаҡтары дәррәү эш өҫтөндә, мәҙәни өлкә, һис шикһеҙ, алдынғылар рәтендә, ә ихлас күңелле халыҡ дәртле генә ғүмер йомғағын һүтә.


Уңған халыҡ биҙәй был ерҙеИжадҡа юл һәр саҡ асыҡ

Борай районы хакимиәте башлығы Бо­рис Шәрәфғәли улы Нурисламовтың көнкүрештәге һәр мәсьәләне етди ҡабул итеп, кәңәш һорап мөрәжәғәт иткәненә ярҙам ҡулы һуҙып, көнө-төнө район хәс­тәре менән мәшғүл булыуын берҙәм дәлилләгән халыҡ:
– Үҙ эшен янып башҡара ул, районы­быҙ үҫешенә ифрат ҙур өлөш индерә, рәхмәт инде, – тип раҫлай.
Ысынлап та, Борай – үҫеш юлында. Әле бына халыҡ өсөн төҙөлгән бассейн, балалар баҡсаһы, дауахана файҙала­ныуға тапшырылырға тора.
Райондың халыҡ музыка ҡоралдары оркестры ла 2012 йылда тап Борис Шә­рәфғәли улының тәҡдименә ярашлы ойошторолған. Йәш быуынға рухи-эстетик, музыка тәрбиәһе биреү, халыҡ моңона һөйөү уятыу, ауыл кешеһенә профессиональ кимәлдә башҡарылған көйҙәр ишеттереүҙе маҡсат итеп алған оркестр республика кимәлендә лә уңыш­лы сығыш яһай. Сентябрҙә улар Борай районының Рәүфә Ғәлиева исемендәге мәҙәниәт йортонда Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Рә­мил Ғәйзуллин етәкселегендәге Милли оркестр менән берлектә ойошторолған ҙур тамашала ҡатнашып, ижади хеҙ­мәттәшлекте нығытыу маҡсатында етди аҙым яһаған.
Уңған халыҡ биҙәй был ерҙе– Райондың 16 кешенән торған оркестрында төрлө ауылда йәшәгән, музыка белеменә эйә эшсе йәштәр, уҡытыусы­лар, хатта пенсионерҙар ҙа бар. Дирижер-етәксе Ринат Мөхәмәтйәров Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлағандан һуң Борай районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге менән килешеү нигеҙендә халыҡ музыка ҡоралдары оркестрында эш башланы. Йәш һөнәр эйәһен халыҡ яратып ҡабул итте, – ти район хакимиәтенең мә­ҙәниәт бүлеге начальнигы Илгиз Зөфәр улы Харисов.
Төплө нигеҙле оркестрҙың киләсәккә пландары ҙур: бөгөн уларҙың үҙ составына ҡурайсылар йәлеп итеү, ошо айҙа Германияла үтәсәк фестивалдә ҡатна­шыу хәстәре менән ҡайнап йәшәгән сағы.

Уңған халыҡ биҙәй был ерҙеЫрҙын йырын һуҙа башаҡтар

“Башаҡ” кооперативы инде биш-алты йыл дауамында ураҡты иң берен­се­ләрҙән булып тамамлай. Биләмәләренең дөйөм майҙаны – 3 750 гектар, ашлыҡ 2 600 гектарҙан алына. Бөгөнгә дүрт мең тоннанан ашыу уңыш йыйылған. “Орлоҡ та, мал аҙығы ла етерлек кимәлдә әҙер­ләнде. Әжәк ауылының һөтсөлөк фер­маһы эшебеҙҙе көйләй. Хужалыҡта бө­тә­һе 700 баш мал тотола, шуның 250-һе – һауын һыйыры. Һәр береһенән тәүлегенә 10 килограмм самаһы һөт алабыҙ”, – ти кооператив етәксеһе Мәүләүи Хужин.
Агроном һөнәрен үҙләштереп, 1979 йыл­да тыуған төйәгендә хеҙмәт юлын башлаған Мәүләүи Хәмәтғилем улының ере, халҡы өсөн янып-көйөп йәшәүе, улар хаҡында ихлас бәйән итеүе – хозур бер күренеш. “Ер кешеһе” тигән маҡтаулы исем тап килә “Башаҡ” кооперативы етәксеһенә. Хеҙмәткәрҙәре менән йылы мөнәсәбәт булдырып, эш хаҡын да ваҡытында биреүҙе маҡсат итеп алған ул.
Уңған халыҡ биҙәй был ерҙеБаҫыуҙарҙа геүләгән техника тауышы, уңғанлыҡ, таҙалыҡ бөркөп торған төҙө­лөш, хужалыҡ ерҙәре, бөтмәҫ мәшәҡәтле матур хеҙмәт – һөнәренә тоғро ир-уҙаман өсөн иң ҙур ҡыуаныс та, йәшәү мәғәнәһе лә.
– Беҙҙең өсөн төп байлыҡ – яҡшы белгестәр, кадрҙар. Уларҙы күрше Мишкә районынан да йәлеп итергә мәжбүрбеҙ, әммә юлға киткән ваҡыт эш көнөн һуң­ла­тыбыраҡ башлата, – ти Мәүләүи Хужин.
– Бөгөн әүҙем эшләгәндәр араһынан ферма мөдирҙәре Игорь Зәйҙуллинды, Нәзир Вәкиловты, тракторсылар Рәшит Янов, Игорь Айғышев, Флорид Сәмиғул­линды билдәләр инем. Һауынсыларыбыҙ Инзилә Әхрәрова, Гөлшат Хәмзина, Валентина Ситдиҡова, Оксана Кулигиналар ҙа хужалыҡ йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, эштәренә яуаплы ҡарай, көнөнә 50-шәр баш һыйыр һауа.

Уңған халыҡ биҙәй был ерҙеБелем ҡояшы һин, уҡытыусым!

Бөгөнгә ҡарата бик юғары күрһәткес булараҡ, 29 уҡыусынан торған VIII “Б” класының химия дәресендә тап иттек Эльмира Хөсәйен ҡыҙы Алиеваны. Борай ауылының 2-се гимназияһына 25 йыл тоғро хеҙмәт итә ул. 1983 йылда М. Аҡ­мулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын ҡыҙыл дип­ломға тамамлаған. Уҡытыусы булараҡ тәүге аҙымдарын Амур өлкәһендә яһаған, унда алты йыл дауамында балаларға белем биргән. 1989 йылда тыуған Борай районына әйләнеп ҡайтҡан, шул ваҡыт­тан алып гимназияла химиянан уҡыта.
Эльмира Хөсәйен ҡыҙының мөләйем ҡарашынан, ирекһеҙҙән, уға яратып ҡына, оло хөрмәт менән “Мөғәллимә апай” тип өндәшке килә, сөнки ул – үҙ эшенә мөкиб­бән, бар булмышын һалып башҡарған оҫталарҙың береһе.
– Балаларҙы ныҡ яратам, уларһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтермәйем. Эштән тыш таныш-белештәрем менән осрашҡанда ла һүҙебеҙ мәктәп, уҡыусы­лар хаҡында, – тип йылмая инде 11 йыл мәктәптә директор урынбаҫары вазифа­һын да башҡарған Эльмира Хөсәйен ҡыҙы. – Әле лә бына VIII класс менән мәж килеп химия серҙәренә төшөнәбеҙ, баш­көллө дәрескә сумғанбыҙ, әйтерһең дә, беҙҙең өсөн был донъяла ошо предметтан башҡа бер нәмә лә юҡ.
Балаларҙың һөйөүенә, ҙур ихтирамы­на лайыҡ уҡытыусы һәр эште йөрәге аша үткәреп башҡарырға күнеккән. Заманын­да уның аша химиянан белем алған егет һәм ҡыҙҙар бөгөн – илдең төрлө төбәктә­рендәге билдәле табиптар, фән кандидаттары, докторҙар. Эльмира Али­еваның йылдар буйы туплаған тәжрибә емештәре Борай ауылы гимназияһына олимпиада-ярыштарҙа еңеү булып әйлә­неп ҡайта.
– Һәр бала – айырым бер шәхес, уға ҡараш та етди, яратыу менән тулы булырға тейеш. Уҡыусылар бик һиҙгер, уй-кәйефеңде лә тиҙ генә төҫмөрләй һала. Дәрескә тейешенсә әҙерләнеп килеү ҙә эшебеҙҙә ҙур әһәмиәткә эйә, – ти Рәсәйҙең почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре Эльмира Хөсәйен ҡыҙы.
Уның фекеренсә, мәктәп эшмәкәрле­гендә заман технологияларын ҡулланыу кәрәк, әммә теманы таҡтаға аҡбур менән яҙып аңлатыуға бер ни ҙә етмәй, сөнки уҡыусы менән уҡытыусы күҙгә-күҙ ҡара­шып, бер-береһен аңлап, мәғлүмәт алыш­ҡанда ғына ыңғай һөҙөмтә була. “Балаларға бер ҡасан да ҡысҡырғаным булманы, эшендә тауыш ҡулланғандарҙы ла өнәмәйем”, – ти ул.
Илһамланып, бар күңелен һалып баш­ҡарған эше, уҡыусылары хаҡында һөйлә­гәндәрен бик оҙаҡ тыңларға риза инек тә Эльмира Хөсәйен ҡыҙының, тик ҡайнап торған мәктәп тормошо үҙенекен итә – тәнәфескә ҡыңғырау бирелеү менән уның бүлмәһе ишеген һәр төрлө мәсьәлә буйынса килгән хеҙмәткәрҙәр шаҡый ҙа башланы. Мөғәллимә апай, белем ҡо­яшылай шат йылмайып, уҡыусы-уҡытыу­сылар донъяһында балҡыуын дауам итте...

Уңған халыҡ биҙәй был ерҙеДонъя йәмле уның янында

Сергей Аксаковтың билдәле “Алсәскә” әкиәтендәге кеүек булды алда һүҙ барасаҡ өй хужабикәһе менән осрашыу. Алыҫтан балҡып, матурлығы менән үҙенә әйҙәп торған йорттоң серле биҙәктәре ҡапҡа тышынан уҡ башлана. Баҡсаһында яһалма аҡҡоштар, текмә буйлап теҙелгән аҡлы-ҡыҙыллы сәскәләр янынан үткәндә үҙеңде ысынлап та әкиәт илендәгеләй тояһың. Өйгә үтеп ингәс тә, уның ябай ҡупшылығына, хужаларҙың матурлыҡҡа ғашиҡлығына, ҡулдарынан алтын тамыуына һоҡланмайынса булмай. Әкиәт һылыуылай етеҙ, көләс йөҙлө хужабикәне әле генә мәктәптә уҡытып ҡайтҡан тип әйтмәҫһең дә. Ул – Бәләкәй Баҙраҡ ауы­лының хеҙмәт, рәсем уҡытыусыһы Рима Нәжип ҡыҙы Әхмәтйәнова – белем биреү өлкәһендә 2000 йылда эш башлаған. Һәм бөгөнгәсә хеҙмәт юлын ихлас, дәртле дауам итә, сөнки шөғөлө лә, яратҡан һөнәре лә бер – ҡул эше. Үҙе белгәнде уҡыусыларына өйрәтә, уңыштарын да иң тәүҙә мәктәп менән уртаҡлаша.
– Был ҡурсаҡтарҙы “Урал батыр” эпосын сәхнәләштерер өсөн эшләгәйнек, – тип, әҫәрҙең 16 “персонажы” һалынған йәшник тотоп килеп инде Рима ханым. Ярайһы уҡ ҙур, тулы кәүҙәле ҡурсаҡ­тарҙың премьераһына байтаҡ ваҡыт үтте, улар исеменән сығыш яһаған егеттәр инде әрме сафтарында йөрөп ҡайтты, шулай ҙа ҡул эштәре яҡшы сифатлы, йылы хәтирә булып һаҡланған.
Рима Нәжип ҡыҙы йөндән, тиренән әйберҙәр эшләргә, кейеҙҙән кейем ба­ҫырға бик оҫта. Уның йортон тик үҙе ижад иткән картина, паннолар биҙәй. Хужа­бикәнең ҡулында һәр төрлө туҡыма, муйынсаҡ, биҙәүестәр ҙә үҙ ҡулланы­лышын таба, донъя йәмләү эшенә йүнәлтелә.
– Күңел һалып башҡарған эш булғас, арыу-талыу белмәй, илһамланып ижад та, ял да итәм. Уҡыусыларым менән декупаж һөнәрен үҙләштерҙек, гәзиттән кәрзиндәр үрәбеҙ, кейеҙҙән бейәләй, жилеттар ҙа баҫтыҡ, – ти Рима Әхмәт­йәнова, эш өлгөләрен барлап. Күҙҙең яуын алып торған картиналар күңелдә тик матур тойғолар уята, тирә-яҡтың хозур­лығы, ҡабатланмаҫ гүзәллеге хаҡында иҫкәртә кеүек. Рима Нәжип ҡыҙы ла – ябай тормошҡа нур, сафлыҡ таратып, йөрәк йылыһы өләшеүсе оҫтабикәләрҙең береһе. Тормош юлдашы Флис Кәбир улы менән тәрбиәләп үҫтергән ҡыҙҙары Лидия – һөнәре буйынса табип, ә кесеһе Эльза – кейем дизайнеры. “Лидияның туйына ла һандыҡ, биҙрәләрҙе үҙем биҙәнем”, – ти алдынғы уҡытыусы, уңған хужабикә, донъяны матурлаусы Рима апай.






Вернуться назад