Өфөлә йәшәгән алты йәшлек ейәнсәрем Дилә Нефтекамаға ҡунаҡҡа ҡайтҡас, уның менән кибеткә киттек. Бар хәрефтәрҙе белгән ҡыҙсыҡ, исемдәрен ҡысҡырып уҡып, кәрәкле ризыҡты кәрзингә үҙе йыйҙы. Бындайҙы эскәнем юҡ әле, тип, Тәтешле кефирын һайлап алды. Бик тә оҡшатты уны. Бында етештерелгән һөт, ҡатыҡ, ҡаймаҡ һәм эремсек тә тәмле булып сыҡты. Аҙаҡ, Үрге Тәтешлегә юл төшкәс, урындағы май заводына һуғылдым. Уның етәксеһе Ринат Мансуров алсаҡ йөҙ менән ҡаршы алды, ентекләп һөйләп, хужалығы менән таныштырҙы.
Тәтешле май заводы аҡ ризыҡтың бер нисә төрөн етештерә. Бер үк ваҡытта ул, һөттө һыуытып, сеймал рәүешендә башҡа эшкәртеүселәргә лә һата. Продукцияны башлыса “Өфөһөтагропром” йәмғиәте менән Дүртөйлө һөт заводы теләп ала.
— Беҙҙең биш тиҫтә йылдан ашыу тарихыбыҙ бар, — тип бәйән итте Ринат Усман улы. – Совет осоронда Яңауыл май-сыр комбинаты составында эшләүсе булараҡ сафҡа индерелгән завод, 2000 йылда районға бирелеп, муниципаль унитар предприятиеға әйләнде. Һуңыраҡ үҙ көсөбөҙ менән уны тулыһынса яңырттыҡ, йыһазландырҙыҡ. Һөт һәм әскелтем һөт ризыҡтарын бөгөнгө талаптарға ярашлы итеп етештереү өсөн заманса линияны эшкә ҡуштыҡ. Һөҙөмтәлә бер нисә йыл тотороҡло һәм килемле эшләп киләбеҙ.
Тәмле, үтемле аҡ ризығы менән бөгөнгө баҙарҙа үҙенең ныҡлы урынын тапҡан предприятие тәүлегенә уртаса бишәр тонна юғары сифатлы, экологик яҡтан тап-таҙа бер нисә төр продукция етештерә. Уның менән тәү сиратта район халҡын тәьмин итеп, һиҙелерлек өлөшөн үҙ транспорты менән күрше Балтас, Яңауыл райондары, шулай уҡ алыҫтараҡ ятҡан Нефтекама һәм Өфө ҡалалары кибеттәренә алып бара. Йыл башынан 700 тоннанан ашыу һөт һәм әскелтем һөт ашамлыҡтары ҡулланыусыға оҙатылған.
Был ҡаҙаныш – дүрт тиҫтәнән ашыу кеше эшләгән татыу коллективтың дөйөм хеҙмәт емеше. Предприятие етәксеһе барыһының да бурыстарын яуаплылыҡ менән башҡарыуын әйтеп китте. Шулай ҙа тиҫтә йылдан ашыу инде эштәрендә күңел биреп тырышыусы лаборант Зинира Асҡарованы, слесарь-водитель Рәмис Хөснийәровты, компрессор машинисы Вячеслав Муллаяровты айырым билдәләне.
Тәтешле май заводы райондағы 12 хужалыҡтан һәм тиҫтәгә яҡын фермерҙан һөт һатып ала. Сеймалдың һиҙелерлек өлөшө халыҡтан йыйыла. Ике яҡ өсөн дә килемле һәм отошло был эш ауыл советтарының барыһында ла яҡшы ойошторолған. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел: предприятие һөттөң литрына уртаса 13 ярым һум түләй һәм иҫәпләшеүҙе ваҡытында башҡара. Үҙ бурыстарын теүәл үтәгән һөт йыйыусы ауылда бик тә кәрәкле бөгөн. Иртәнән кискәсә егелеп эшләрлек башҡа хеҙмәт урыны булмағанлыҡтан, күп ерҙә крәҫтиән ата-бабанан ҡалған шөғөлгә ныҡлап тотонған: күпләп мал аҫрап, итен, һөтөн етештерә. Был ярайһы сығым, тир түгеүҙе талап итә, шулай булғас, уның файҙаһы ла булырға тейеш. “Май заводы – һөт йыйыусы – һөт һауыусы” бәйләнешенең һуңғы сиратта крәҫтиәнгә “тере” аҡса килтереүе мөһим. Уның үҙәк өлөшөндә предприятие менән хеҙмәт килешеүе нигеҙендә февралдән ноябрь аҙағынаса үҙ бурысын башҡарған һөт йыйыусылар тора. Райондың бына ошо ете хеҙмәткәре араһынан Ҡарҙағош ауылынан Рәлиә Лотфуллина һәм Еремйә ауылынан Мәсхәт Ғилемйәнов – башҡалар өсөн өлгө. Улар һауым мул осорҙа көнөнә уртаса 1,2 тоннаға тиклем һөт йыя.
“Тәтешле май заводы” муниципаль унитар предприятиеһы коллективы һөнәри байрамды күтәренке күңел менән ҡаршылай. Ваҡытында Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Әмирйән Нурисламов нигеҙ һалған эшмәкәрлектә күсәгилешлелек ныҡлы һаҡланып ҡалған бында. Бөгөнгө етәкселектең эш-ниәттәре лә һоҡланырлыҡ. Уларҙы тормошҡа ашырыуҙа тик уңыштар юлдаш булһын!
Ансар НУРЕТДИНОВ,
“Башҡортостан”дың үҙ хәбәрсеһе.
Тәтешле районы.