Этосҡан ҡаяһы31.01.2012
“Тубырсыҡ”та “Ер-һыу атамалары” тигән рубрика асылыуға бик ҡыуандым. Әсәйем менән атайым да шатланды. Уларҙың һөйләүе буйынса үҙебеҙҙең яҡтағы бер ҡая исеменең тарихын яҙып үтмәксемен.
Борон-борон заманда беҙҙең төбәктә бер һунарсы йәшәгән, ти. Бик оҫта булғанлыҡтан, исеме тирә-яҡҡа танылған. Бүре, айыу, шәшке, ҡуян — ниндәй генә йәнлек алмаған ул!
Бер көндө, ғәҙәттәгесә, ауға сыҡҡан. Тау-таш буйлап йөрөй торғас, һунарсының тоғро эте төлкөнөң эҙенә төшкән дә уны ҡыуып киткән. Хәйләкәр йәнлек бер ҡаяға барып сыҡҡас, таштар артына йәшенгән. Эт, уны-быны абайламай, ҡаянан осоп төшөп үлгән. Һунарсы бик ныҡ ҡайғырған. Ауылдаштарына тоғро дуҫын нисек юғалтҡанын һөйләгән. Шунан бирле халыҡ текә ҡаяны Этосҡан тип атай башлаған.
Байморат МОРАТОВ,
Байғусҡар мәктәбе уҡыусыһы.


Вернуться назад